Йәнтөйәк
0 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Май 2023, 21:20

Әҙиптең тыуыуына 100 йыл тулыуға арналды

Бөгөн райондың туған телдәр уҡытыусылары берләшмәһе Ҡариҙел үҙәк моделле китапханаһына осрашыуға йыйылды.

Әҙиптең  тыуыуына 100 йыл тулыуға арналды
Әҙиптең тыуыуына 100 йыл тулыуға арналды

Бөгөн райондың туған телдәр уҡытыусылары берләшмәһе Ҡариҙел үҙәк моделле китапханаһына осрашыуға йыйылды.

Сара төбәгебеҙҙең арҙаҡлы шәхесе, Яугилде ауылы уҙаманы, СССР һәм Башҡортостандың Яҙыусылар союзы ағзаһы, яҙыусы, педагог, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ғаян Лоҡмановтың тыуыуына 100 йыл тулыуға арналды. Ул Ҡариҙел ауылы күп функциялы ауыл клубының художество етәксеһе Зилә Рәхмәтова башҡарыуындағы “Шахта” халыҡ йыры менән башланып китте. Был осраҡлы түгел. Сөнки тап ауыр мәлдәрендә яҙыусыбыҙ ошо йырҙы тыңлар булған. Әҙәби осрашыуҙы Байҡыбаш урта мәктәбенең башҡорт теле уҡытыусыһы Әсбирә Мәғруф ҡыҙы Кәбирова алып барҙы. Ул яҙыусының тормошона бәйле ҡыҙыҡлы хәтирәләр, сағыу белешмәләр менән таныштырҙы. Ғаян Лоҡманов “Ҡояш сығыр алдынан” исемле йөкмәткеле роман менән билдәле. Төрлө йылдарҙа донъя күргән хикәйәләре йөрәктәргә үтеп инерлек, тәрбиәүи пафос менән, халыҡ мәҡәлдәре менән һуғарылып ижад ителгән. “Аҡҡош күле”, “Шәфҡәт туташы”, “Ситке йортта”, “Дәүләтбай ағай” кеүек хикәйәләре бер тынала, кинотаҫма ҡараған кеүек, йотлоғоп уҡыла. Һәр әҫәренән һуң уҡыусыла йә тыңлаусыла шундағы герой-образдар тураһында тәрән хис-тойғолар уяна, күҙ йәштәре барлыҡҡа килә. Иң мөһиме әҙиптең һәр бер ижад емеше, унда күтәрелгән темалар бөгөн дә актуаль яңғырай. Иҫке Аҡбүләк, Хәлил, Ҡариҙел ауылының 1-cе һәм 2-се, Абыҙ, Озерки, Әртәкүл мәктәптәренең башҡорт теле уҡытыусылары  Ғаян Лоғоман улы Лоҡмановтың хикәйәләренән өҙөктәр уҡығандан һуң, байтаҡ фекер алыштылар. Район мәғариф бүлегенең туған телдәр буйынса методисы Зөлфинә Ваяс ҡыҙы Сафина иһә олуғ яҙыусының “Аҡҡош күле” хикәйәһенең рус телендәге тәржемәһе менән таныштырҙы. Ул район гәзитенең һуңғы һанында донъя күргән булған. Сараға район мәғариф бүлеге начальнигы З.К. Нәжметдинова ла килгәйне Зилә Камил ҡыҙы әҙәбиәт һөйөүсе булараҡ, уҡытыусыларҙы яҡташ яҙыусыларыбыҙ ижадын ентекләп өйрәнергә, шул хаҡта уҡыусылар күңеленә гәрәбәләй орлоҡтар сәсергә саҡырҙы. Ғаян Лоҡманов исемендәге премия лауреаты, шағирә Тәнзилә Муллаян ҡыҙы Яҡупова яҙыусыға бағышланған матур шиғыры менән таныштырып үтте.
Әйткәндәй, яҙыусының ғаиләһе, уның ҡатыны Ғәлимә апай, балалары Фәнис, Флүзә һәм Мансур тураһында ла йылы һүҙҙәр әйтелде. Районда 2007 йылдан бирле Ғаян Лоҡманов исемендәге әҙәби премия булдырылған. Уны йыл һайын әҙиптең улы Мансур Ғаян улы яҡташ яҙыусыларыбыҙға, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә, крайҙы өйрәнеүселәргә    тапшырып килә. Рәсәйҙең атҡаҙанған нефтсеһе, техник фәндәре кандидаты Мансур Ғаян улы атаһы исемендәге премия йөрөткән шәхестәребеҙгә “Йәнтөйәк” гәзитенә подписка бүләк итеүе лә бик күркәм күренеш булды.
Был матур сара һәр кемгә ҡиммәтле рухи аҙыҡ булды. Ул уҡытыусылар башҡарыуында Ғаян Лоҡмановтың яратып тыңлаған  “Ураҡсы ҡыҙ” йыры менән тамамланды. Артабан да шундай әҙәби осрашыуҙар йышыраҡ ойошторолһон ине, тигән фекерҙә таралыштылар уҡытыусылар.

Гөлнара Солтанова.

Әҙиптең  тыуыуына 100 йыл тулыуға арналды
Әҙиптең тыуыуына 100 йыл тулыуға арналды
Читайте нас: