

Был көндө "Зәңгәр шишмә янында" ҡунаҡ ихатаһы" экотуризм үҙәге" социаль проектына рәсми старт бирелде.
Яҡташыбыҙ, Гөмбә ауылында тыуып үҫеп бөгөн Благовещен ҡалаһында йәшәүсе Рәсимә Миңнулла ҡыҙы Рәхимйәнова Туҡтауһыҙ үҫеш институтының "Факел" инициатив төркөмө менән берлектә социаль проектты башҡарып сыға. Ошо проект сиктәрендә шишмә эргәһендә заманса сифатлы материалдарҙан, тимер биҙәктәр менән байытылған, өҫтәл-эскәмйәләре лә булған ҙур беседка, усаҡ яғыу урыны ла булған махсус ял итеү урыны, сәхнә һәм эскәмйәләр, бәҙрәф төҙөп ҡуйылған, матур фотозона ла булдырылған.
Тантаналы сарала район хакимиәте башлығы Динис Йосопов, Ҡашҡа ауыл биләмәһе башлығы Ринат Ғәләүетдинов, Туҡтауһыҙ үҫеш институты координаторы Роман Лопатко һәм проект координаторы Рәсимә Рәхимйәнова, Рәсәй Федерацияһы Президенты Хакимиәте хеҙмәткәре Ирина Шириязданова, йәмәғәт менән бәйләнеш белгесе Денис Дворников сығыш яһаны. Уларҙың һәр береһе гүзәл тәбиғәткә, ҡунаҡсыл, тырыш, тыуған ауылы өсөн йән атып торған Гөмбә халҡына һоҡланыуын белдереп, ошо проектты башҡарып сығыуҙа үҙ өлөшөн индергәндәргә рәхмәт еткереп, Рәхмәт хаттары тапшырҙы.
Илһөйәрлек темаһы был сарала ҡыҙыл еп булып үтте. Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 78 йыл тулғанда ир-егеттәр йәнә илебеҙҙе дошмандан һаҡлап, Ватан һағына баҫты. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, халҡыбыҙ именлеге өсөн баштарын һалғандар ҙа бар. Гөмбә ауылынан Дауыт Мөхәрәм улы Ғилмийәров, Ҡашҡанан Илнур Назым улы Ғабтрахманов Луганск Халыҡ Республикаһында барған махсус хәрби операцияла һәләк булды. Байрамға килеүселәр ҡаһарман яугирҙарҙы бер минут тын ҡалып иҫкә алды.
Артабан сара байрам концерты менән дауам итте. Халыҡ алдында “Йәйғор” өлгөлө бейеү ансамбле, билдәле йырсылар Вилдан Абраров, Вилдан Сәмиғуллин, Жәлил Ғәйбәҙуллин, Гүзәл Әхмәтова, район Мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре һәм үҙешмәкәр сәнғәт һөйөүселәр сығыш яһаны.
Был көндө шишмә эргәһендә “Атайсал” исемле нарат аллеяһы барлыҡҡа килде. Уны “Факел” инициатив төркөмө координаторы һәм ағзалары менән берлектә ултырттылар.
Наилә Имаева.