

Еңеү көнө алдынан махсус хәрби операцияла хәрби бурысын үтәгәндә батырҙарса һәләк булған яҡташыбыҙ Зөфәр Вәхиевтың иҫтәлеген мәңгеләштергән таҡтаташҡа сәскәләр һалынды.
Балтас районы Штәнде урта мәктәбендә Зөфәр Зөлфәт улы Вәхиевты иҫкә алыуға бағышланған митинг үтте.
Сарала ҡатнашыусы район Советы рәйесе Азамат Мәғзүмов, һуғыш һәм хеҙмәт ветерандарының район советы рәйесе Рифат Сафин, район мәғариф бүлеге начальнигы Гөлнара Шәймөхәмәтова, ауыл биләмәһе башлығы Рәшит Вәлиев, уҡыусылар һәм уҡытыусылар, Зөфәрҙең әсәһе Гөлсинә Вәхиева батырҙың иҫтәлегенә урынлаштырылған таҡтаташҡа сәскәләр һалды.
Фирғәт Нәбиев.