Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
8 Май 2023, 05:15

Батырҙар исеме - мәңгелек

Тулыраҡ: 

Батырҙар исеме  - мәңгелекБатырҙар исеме  - мәңгелек
Батырҙар исеме - мәңгелек

Бөйөк Ватан һуғышында иң ҙур батырлыҡ күрһәткән яугирҙарға илебеҙҙең иң юғары хәрби наградаһы – Советтар Союзы Геройы тигән исем бирелгән. 

Асҡын районынан биш яугир Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ була. Шуларҙың береһе – Степан Александрович Казаков.
Бөйөк Еңеү көнө алдынан район хакимиәте башлығы Динис Рәдис улы Йосопов, урынбаҫары Эльза Ҡәҙим ҡыҙы Әхмәгәрәева,  Асҡын ауыл биләмәһе башлығы Ришат Мөхәмәт улы Лотфуллин, Асҡын 2-се урта мәктәбе директоры Илһам Ғайнулла улы Ғәләүетдинов, уҡытыусылар,  ирекмән уҡыусылар менән Асҡын ауылында Советтар Союзы Геройы  Степан Александрович Казаков ҡәберенә  сәскәләр һалды һәм ҡаһарман райондашыбыҙҙы иҫкә алды.

Асҡын 2-се урта мәктәбе уҡыусылары һәм уҡытыусылары батырыбыҙҙың ҡәберен таҙартып, ҡарап тора.



 

Батырҙар исеме  - мәңгелек
Батырҙар исеме  - мәңгелек
Батырҙар исеме - мәңгелек
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас