Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
7 Май 2023, 03:00

Йөҙөүселәр ярышты

Тулыраҡ сайтыбыҙҙа уҡығыҙ.

Йөҙөүселәр  ярыштыЙөҙөүселәр  ярышты
Йөҙөүселәр ярышты

"Йәшлек” физкультура-һауыҡтырыу комплексында Еңеү көнөнә һәм Башҡортостан Республикаһы Спорт министрлығының 100 йыллығына бағышланған йөҙөү буйынса асыҡ беренселек үтте. Унда Благовещен районының Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе, Асҡындың “Батыр” һәм Балтастың “Йәшлек” физкультура-һауыҡтырыу комплексы тәбиәләнеүселәре ҡатнашты.

Спортсылар алдында, йәш категорияһын иҫәпкә алып, 50-100 метр дистанцияны ирекле стилдә йөҙөп үтеү һәм эстафета бурысы тора ине.

50 метр араны йөҙөү буйынса 2014 йылғы малайҙар араһында 1-се урынды - Имиль Мулләхмәтов (Балтас), 2-се урынды - Алмаз Әхтәриев (Балтас), 3-сө урынды - Ридаль Хәсәнов (Балтас), ә ҡыҙҙар араһында 1-се урынды – Анастасия Ғәлимханова (Балтас), 2-се урынды – Юлия Нәбиева (Балтас), 3-сө урынды Регина Хәжимуллина (Балтас) яуланы.

Шул уҡ араны йөҙөү буйынса 2012-2013 йылғы егеттәр араһында беренселекте Әмир Әбдувәлиев (Балтас), икенсе урынды – Самир Сафетдинов (Балтас), өсөнсө урынды Ратмир Камалетдинов (Балтас) алды. Ә ҡыҙҙар араһында 1-се урынға – Самира Шәйнурова (Балтас), 2-се урынға – Элина Низамова (Балтас) һәм 3-сө урынғаСофия Ғималетдинова (Благовещен) лайыҡ булды.

50 метр араға йөҙөү буйынса 2011 йылғы егеттәр араһында беренсе урында - Камил Ғәйниәхмәтов (Балтас), 2-се урында - Савелий Селезнев (Благовещен), 3-сө урында - Марк Одинцов (Благовещен). Ҡыҙҙар араһында призлы урындарға Иллария Нурмөхәмәтова (Асҡын), Илниза Мусина (Балтас), Нелли Мулләхмәтова (Балтас) сыҡты.

100 метр араға йөҙөү буйынса 2010 йылғы малайҙар араһында беренселеккә – Әмир Әхкәмов (Балтас), 2-се урынға Тимофей Самышин (Благовещен), 3-сө урынға Леонид Косаткин (Благовещен) сыҡты. Шул уҡ йылғы ҡыҙҙар араһында Элина Әнүәрова (Балтас), Гүзәл Махатова (Асҡын), Арианна Бикбова (Благовещен) призлы баҫҡыстарға күтәрелде.

100 метр араға йөҙөү буйынса 2007-2009 йылғы егеттәр араһында 1-се урында - Айдар Махатов (Асҡын), икенсе урында - Оскар Мадалеев (Благовещен), өсөнсө урында - Максим Крестов (Благовещен). Ҡыҙҙар араһында Яна Климова (Благовещен) еңде.

100 метр араға йөҙөү буйынса 2005-2006 йылғы егеттәр араһында призлы урындарҙы Айнур Аллаяров, Азамат Хөснуллин һәм Даниил Хәкимов (Балтас), ә ҡыҙҙҙар араһында Алия Әхкәмова (Балтас) яуланы.

Ғәҙәттәгесә, ярыштарҙың иң күңелле миҙгелдәре – ҡатнаш эстафета. Көсөргәнешле көрәштә Балтас командаһы еңеү яуланы. Икенсе урында – Асҡын, өсөнсөлә Благовещен командалары.

Ярыш һуңында призлы урын алған йөҙөүселәрҙе “Йәшлек” физкультура-һауыҡтырыу комплексы директоры Фәрит Ғәлимов ҡотланы.Ул еңеүселәргә һәм призерҙарға грамоталар һәм миҙалдар тапшырҙы.

Фирғәт Нәбиуллин.

Йөҙөүселәр  ярышты
Йөҙөүселәр  ярышты
Йөҙөүселәр  ярышты
Йөҙөүселәр  ярышты
Йөҙөүселәр  ярышты
Йөҙөүселәр  ярышты
Йөҙөүселәр ярышты
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас