

Шул рәүешле республикала «Хәтер баҡсаһы» һәм «Еңеү урманы» халыҡ-ара акциялары старт алды. Унда ветерандар, хәрби-патриотик клубтарҙың тәрбиәләнеүселәре һәм «Шайморатов» класы уҡыусылары ҡатнашты.
«Бөгөн беҙҙең арала йәштәр, хәрби-патриотик клубтарҙа шөғөлләнеүселәр, бик күп. Был бик яҡшы күренеш, сөнки «Патриот» паркын һеҙҙең өсөн булдырҙыҡ. Хөрмәтле дуҫтар! Бөгөн һеҙ хәрби-патриотик клубтар тәрбиәләнеүселәре өсөн үҙенсәлекле сарала, ҡаршылыҡтар менән йүгереүҙә, «Геройҙар уҙышы»нда ҡатнашаһығыҙ. Трасса Рәсәй Федерацияһында бөтә ҡаршылыҡтар һыҙаттары араһында иң үҙенсәлекле, иң оҙон булып тора», - тип мөрәжәғәт итте уҡыусыларға Башҡортостан Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов.
Геройҙар аллеяһында махсус хәрби операция барышында һәләк булған Алмаз Сафин иҫтәлегенә, шулай уҡ хәрби бурыстарын үтәүҙе дауам иткән Борис Дудко һәм Степан Белов хөрмәтенә табличкалар менән исемле ағастар барлыҡҡа килде.
Быйыл акцияны 18 марттан 22 июнгә тиклем уҙғарыу күҙаллана. Акция барышында Башҡортостандың һәр муниципалитетында ағастар һәм ҡыуаҡтар ултыртыу күҙаллана.