

9 Май - Бөйөк Еңеү көнө алдынан уҙған "Еңеү салюты” район фестиваленең гала-концертында район хакимиәте башлығы Динис Рәдис улы Йосопов бер төркөм райондаштарыбыҙға юғары наградалар тапшырҙы.
Урмияҙ ауылынан мәғариф хеҙмәте ветераны Рәфүзә Александровна Миңләхмәтова “Хеҙмәт ҡаһарманлығы өсөн” миҙалын алды! Ул 36 йыл ғүмерен балаларға белем һәм тәрбиә биреүгә арнаған мәғариф хеҙмәтенең хөрмәтле ветераны.
Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Почет грамотаһы менән Асҡын 1-се урта мәктәбе уҡытыусыһы Ғәбдрәшит Нурғәли улы Әсләмов, ә Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы Почет грамотаһы менән билдәле райондашыбыҙ, танылған рәссам Гөлсийәр Шәйхи ҡыҙы Сәғитова бүләкләнде.
Хөрмәтле райондаштарыбыҙҙы юғары наградалар алыуы менән ихлас ҡотлайбыҙ!
Наилә Имаева.