Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
6 Май 2023, 11:35

Асҡын "йәш армиясы"лары - “Геройҙар уҙышы”нда

Бөгөн Шишмә районының 2-се Алкино ҡасабаһындағы “Патриот” паркында “Геройҙар уҙышы” үтте.

Асҡын "йәш армиясы"лары  -  “Геройҙар уҙышы”ндаАсҡын "йәш армиясы"лары  -  “Геройҙар уҙышы”нда
Асҡын "йәш армиясы"лары - “Геройҙар уҙышы”нда

 

Бөйөк Еңеүҙең 78 йыллығына арналған был сарала Асҡын районынан Рөстәм Тимерғәле улы Әбдрәхимов етәкселегендә “Йәш армия” Бөтә Рәсәй хәрби-патриотик хәрәкәтенең урындағы ойошмаһының биш уҡыусыһы (10-11-се класс) ҡатнаша.

- Сара шул тиклем оҡшаны барыһына ла. Бөтәһе лә юғары кимәлдә ойошторолған. Тантаналы шарттарҙа Рәсәй һәм Башҡортостан гимндары аҫтында Дәүләт Флагын алып инеп башланған сара күңелдәргә илһөйәрлек рухын өҫтәне. Барыһын да Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев  һәм башҡа етәкселәр сәләмләне һәм яҡынлашып килгән Еңеү көнө менән тәбрикләне.

Республика буйынса йыйылған 40 команда араһында беҙҙең команда ла бирелгән трассаны лайыҡлы үтте. Улар ике саҡрымда 15 ҡаршылыҡты еңеп сыҡты.

Балалар өсөн ашатыу ҙа яҡшы ойошторолғайны. Ялан кухняһында “һалдат бутҡаһы”нан да ауыҙ иттеләр. Ғөмүмән, “Геройҙар уҙышы”нан барыбыҙ ҙа яҡшы тәьҫораттар алып, күтәренке кәйефтә ҡайтып киләбеҙ. Ойоштороусыларға рәхмәт, - тип тәьҫораттары менән бүлеште Рөстәм Тимерғәли улы.

Әйткәндәй, 4 майҙа Илшат Хисаметдин улы етәкселегендә ла 5-9 сы класс уҡыусылары ошондай уҡ трассаны лайыҡлы үтеп ҡайта.

Наилә Имаева.

 

Асҡын "йәш армиясы"лары  -  “Геройҙар уҙышы”нда
Асҡын "йәш армиясы"лары  -  “Геройҙар уҙышы”нда
Асҡын "йәш армиясы"лары  -  “Геройҙар уҙышы”нда
Асҡын "йәш армиясы"лары  -  “Геройҙар уҙышы”нда
Асҡын "йәш армиясы"лары  -  “Геройҙар уҙышы”нда
Асҡын "йәш армиясы"лары - “Геройҙар уҙышы”нда
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас