

"Бр Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары – Бр финанс министры Лира Заҡуан ҡыҙы Иғтисамова үҙенең сығышында сара муниципалитеттарҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятыуын, республика конкурсында ҡатнашыу буйынса әүҙем эш алып барылыуын билдәләне.
2022 йылда "Айыҡ ауыл" республика конкурсында еңеүселәрҙе раҫлау тураһында РФ Дәүләт думаһы депутаты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе, конкурсты ойоштороу комитеты рәйесе урынбаҫары Эльвира Айытҡолова ла сығыш яһаны.
Конкурсты үткәреү графигына ярашлы, ағымдағы йылдың 15 мартында төрлө сараларҙы (шул иҫәптән муниципаль-ара һәм зона сараларын) ойоштороу һәм үткәреү осоро тамамланды, тип билдәләй ул. Былар барыһы ла социаль селтәрҙәрҙә, республика киң мәғлүмәт сараларында әүҙем яҡтыртылды.
15-20 мартта муниципаль райондар вәкилдәре республика ойоштороу комитетына саралар үткәреүҙе раҫлаған документтар һәм презентация материалдары тапшырҙы.
Ағымдағы йылдың 27 мартынан 9 апреленә тиклем район халҡы «Башҡортостан Республикаһы тауышы»сайтында конкурстың республика этабында ҡатнашыусылар тауыш биреүҙә ҡатнашты. Дөйөм алғанда, барлығы 242 106 тауыш йыйылған. Тауыш биреү һөҙөмтәләре конкурстың республика этабына йомғаҡ яһағанда иҫәпкә алынды.
4 апрелдән 7-һенә тиклем конкурсанттар үҙҙәренең проекттарын яҡлауҙа ҡатнашты, унда ҡатнашыусының айыҡ һәм сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалауға йүнәлтелгән уникаль, уңышлы тәжрибәһе хаҡында һөйләне; район һәм республика киң мәғлүмәт сараларында эшмәкәрлек тураһында мәҡәләләр тәҡдим итте; Башҡортостан Республикаһының муниципаль райондары араһында хеҙмәттәшлек практикаһы һәм конкурс сиктәрендә уңышлы тәжрибә уртаҡлашыу һөҙөмтәләре менән таныштырҙы. Район вәкилдәре бер-береһенең презентацияһын ҡарарға мөмкинселек алды.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы ағзаһы, конкурс координаторы, БАШҠОРТ ДӘҮЛӘТ МЕДИЦИНА УНИВЕРСИТЕТЫНЫҢ медицина генетикаһы һәм фундаменталь медицина кафедраһы профессоры, медицина фәндәре докторы, БАШҠОРТОСТАН республикаһының һәм РӘСӘЙ ФЕДЕРАЦИЯҺЫНЫҢ атҡаҙанған табибы Сәлиә Мырҙабаева 4 майҙа «Торатау»Конгресс-холында үтәсәк республика конкурсының йомғаҡлау сараһын һәм еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһын ойоштороу мәлдәрен билдәләне.
"2022 йылда "Айыҡ ауыл" республика конкурсы еңеүселәрен бүләкләү "Атайсал"форумы сиктәрендә планлаштырылыуы осраҡлы түгел.
Конкурс үткәрелгән йылдарҙа (2019-2023 йй.) еңеүсе тораҡ пункттарҙың тәжрибә уртаҡлашыуы төбәк-ара, муниципаль-ара форумдар ойошторолоуы ла осраҡлы түгел. Сөнки йәмәғәтселектең сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалауға, социаль әһәмиәтле проблемаларға иғтибар йәлеп итеүгә, күмәк спорт-мәҙәни саралар ойоштороуға, мәғрифәтселек эшмәкәрлегенә индергән өлөшө тап бәләкәй Ватан тураһында хәстәрлек булып тора. Һис шикһеҙ, Был Ватан мәнфәғәтендә баһалап бөткөһөҙ хеҙмәт, - тип Сәлиә Шәрифйән Ҡыҙы.
Ойоштороу комитетының йомғаҡлау ултырышында 2022 йылғы "Айыҡ ауыл" республика конкурсының 12 еңеүсеһе раҫланды. Улар иртәгә, йәғни 4 майҙа йомғаҡлау сараһында яңғыратыласаҡ", - тип хәбәр ителә "Ҡоролтай" төркөмөндә.
https://moradim.ru/articles/godpoleznihdel/2023-05-03/ayy-auyl-2022-respublika-konkursy-e-e-sel-re-bild-l-nde-3243834?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=37737692