Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
29 Апрель 2023, 08:50

Зыяратты тәртипкә килтерҙеләр

Май байрамдары алдынан зыяратҡа барып, ҡәберҙәрҙе таҙартыу, уларҙың тирә-яғын тәртикә килтереү Солтанбәк ауылында күптән изге йолаға әйләнгән.  

Зыяратты тәртипкә килтерҙеләрЗыяратты тәртипкә килтерҙеләр
Зыяратты тәртипкә килтерҙеләр

"Тереләрҙең ҡәҙерен, үлгәндәрҙең ҡәберен бел, тиҙәр. Ысынлап та, хаҡ әйтелгән һүҙҙәр. Был фани донъяла изгелек ҡылып, сауаплы эштәр башҡарып, мәңгелек йортҡа күскәндәрҙе иҫкә алып, зыярат ҡылыу беҙҙең бурыс булып тора һәм солтанбәктәр быны яҡшы аңлай. Шуға ла бөгөн аяҙ ҡояшлы көндә иртә менән зыяратты тәртипкә килтереү өсөн дәррәү өмәгә йыйылдыҡ. Ҡороған үләндәрҙе тырматып, йыйып түктек, ҡәберҙәрҙе тәртипкә килтерҙек. Ауылдаштарыбыҙ өмәлә әүҙем ҡатнашты. Ауыл зыяратында ерләнгәндәрҙең рухтары тыныс булһын", - тип хәбәр итте Солтанбәк урта мәктәбе директоры, "Атайҙар мәктәбе”н етәкләүсе Данис Вәлинур улы Суфиянов.

 

Наилә Имаева.

 

 

 

Зыяратты тәртипкә килтерҙеләр
Зыяратты тәртипкә килтерҙеләр
Зыяратты тәртипкә килтерҙеләр
Зыяратты тәртипкә килтерҙеләр
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас