

Бөгөн "Берҙәм Рәсәй" партияһы бишенсе тапҡыр ойошторған "Еңеү диктанты" акцияһына Ҡышлауйылға урта мәктәбендәге майҙансыҡта ла дәррәү ҡушылдылар.
“Беҙгә диктант яҙырға мәктәп коллективынан тыш, Илфат Хәлфәт улы Ғатин етәкселегендә ауыл Советы хакимиәте, ауыл мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре, ауыл Советы депутаттары, ветеран уҡытыусыбыҙ Әмин Әнүәр улы Шәүәлиев килде. 45 минут эсендә Бөйөк Ватан һуғышы тураһында 25 һорауға яуап бирҙек.
Майҙансыҡ эше бик яҡшы ойошторолдо. Техник һорауҙар буйынса Мәғдән Маҙһар улы Латыпов, ә ойоштороу һорауҙары буйынса Эльза Ришат ҡыҙы Ғәлиева менән үҙем яуаплы инем. Барыһы ла юғары кимәлдә үтте. Бөйөк Ватан һуғышы тураһындағы мәғлүмәттәрҙе иҫкә төшөрөп, халҡыбыҙҙың героик үткәне менән ғорурланып яҙҙыҡ диктантты”, — тип хәбәр итте Ҡышлауйылға урта мәктәбе директоры Земфира Равиль ҡыҙы Суфиярова.
Наилә Имаева.