Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
26 Апрель 2023, 11:25

Йәш инспекторҙар форумға йыйылды

Балтас район Мәҙәниәт һарайында “Беҙ — юл хәрәкәте ҡатнашыусылары” тип аталған юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген профилактикалау буйынса район форумы уҙҙы.

Йәш инспекторҙар форумға йыйылдыЙәш инспекторҙар форумға йыйылды
Йәш инспекторҙар форумға йыйылды


Уҡыусылар араһында юл хәрәкәте ҡағиҙәләре тураһындағы белемдәрҙе нығытыу маҡсатында ойошторолған сараны район хакимиәте башлығы Илгиз Субушев асты.
— Байрамдар һәм йәйге каникул алдынан бындай саралар бик мөһим. Сөнки әле үк юлдарҙа балаларҙың мопедтарҙа һәм мотоциклдарҙа күпләп йөрөүе күренә. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге һәр саҡ көнүҙәк мәсьәлә булып тора. Ул һәр кемдән иғтибарлылыҡ талап итә — унда водитель дә, йәйәүле лә бер-береһенә хөрмәт күрһәтергә, ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәргә бурыслы, — тип билдәләне Илгиз Әхүәс улы.
Сара барышында балалар юл-транспорт травматизмын профилактикалауҙа ҙур өлөш индергән уҡытыусылар грамоталар менән бүләкләнде.
Юл-транспорт һәләкәттәренә килтергән сәбәптәр һәм уларҙы бөтөрөү өҫтөндә эштәр, яңы үҙгәрештәр тураһында полицияның өлкән лейтенанты Рөстәм Шәрипов һөйләне. “Хәүефһеҙ тәгәрмәс-2022” республика конкурсында район данын яҡлаған Иҫке Балтас 1-се урта мәктәбе уҡыусыларына — Булат Хәсәнов, Илназ Шакиров, Динара Ғайфуллина, Сабира Шәйбәковаға, “Бала саҡтың хәүефһеҙ юлы” КВН республика конкурсында ҡатнашыусы Иҫке Балтас 2-се урта мәктәбенең йәш инспекторҙарына — Азалия Сабирова, Диана Хажиева, Диләрә Хисмәтова, Илнур Исламғәлиев, Надир Сафин, Азамат Сәфетдинов, Сыңғыҙ Хәсәнов, Бехруз Накибовҡа грамоталар тапшырылды.
Форум барышында үҙәк район дауаханаһының баш табибы Салауат Ғилметдинов, район мәғариф бүлеге етәксеһе Гөлнара Шәймөхәмәтова сығыш яһаны.
Был сара йәш инспекторҙар хәрәкәте отрядтары ойошторолоуға 50 йыл тулыуға арналды. Шул уңайҙан тамашасыларға Иҫке Балтас 1-се мәктәбенең йәш инспекторҙары отряды тормошонан видеояҙма күрһәтелде.
Артабан форум район Мәҙәниәт һарайы фойеһында дауам итте. Бында биш майҙансыҡта төрлө уйындар, квестар, викториналар үткәрелде.
Фирғәт Нәбиуллин.

Йәш инспекторҙар форумға йыйылды
Йәш инспекторҙар форумға йыйылды
Йәш инспекторҙар форумға йыйылды
Йәш инспекторҙар форумға йыйылды
Йәш инспекторҙар форумға йыйылды
Йәш инспекторҙар форумға йыйылды
Йәш инспекторҙар форумға йыйылды
Йәш инспекторҙар форумға йыйылды
Йәш инспекторҙар форумға йыйылды
Йәш инспекторҙар форумға йыйылды
Йәш инспекторҙар форумға йыйылды
Йәш инспекторҙар форумға йыйылды
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас