

Ҡоро душ-оҙаҡ ваҡыт хәрби заданиела булған, һыу һәм йыуғыс менән йыуынырға мөмкинлеге булмаған һалдаттарҙы ҡотҡарыу өсөн тәғәйенләнә.
Ҡоро душ өсөн нигеҙ итеп дорнит алына. Белеүегеҙсә, был туҡыма үҫентеләр өсөн йылытҡыс булараҡ ҡулланыла һәм дымды яҡшы тота. Дорнит киҫәктәренә 23 миллиметр гипоаллерген гель һалалар, һуңынан пакетҡа төрөп, унда бер тапҡыр ҡулланыла торған таҫтамал һалына. Һалдатҡа гель менән туҡымаға 50 мл һыу өҫтәп, ялан шарттарында тәнде таҙартыу өсөн ҡуйы күбек алыу етә. Ә һуңынан таҫтамал менән һөртөргә. Бер киҫәк дорнит менән гель душты тулыһынса ҡабул итеүҙе алмаштыра. Был препарат бысраҡты һәм машина майын яҡшы алып ташлай. Әммә ҡоро душ оҙайлы ваҡытҡа тулы ҡиммәтле йыуыуҙы алмаштыра алмай. Ике аҙнанан ысын душ алырға кәрәк.
Материалдар менән райондың әйҙәүсе эшҡуары Гөлүсә Әмирйәнова тәьмин иткән.
Гөлназ Ғәлләмова.