

Бөгөнгө йәмғиәттең көнүҙәк мәсьәләләре буйынса фекер алышыуҙа Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе, «Айыҡ ауыл» республика конкурсының ойоштороу комитеты рәйесе Максим Забелин; Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова; табип-психиатр, нарколог, Бойондороҡһоҙ наркология гильдияһы президенты, Рәсәй Йәмәғәт палатаһы эксперты, Рәсәй Федерацияһы Йәмәғәт палатаһы Координация советының реабилитация буйынса эш төркөмө етәксеһе Руслан Исаев; «Айыҡ ауыл» республика конкурсы координаторы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы ағзаһы, БДМУ профессоры, медицина фәндәре докторы, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған табибы Сәлиә Мырҙабаева ҡатнаша.
Форумдың пленар өлөшөндә ауылдар конкурсты ойоштороу комитетының дипломдары менән бүләкләү, ә әүҙемселәргә Башҡортостан министрлыҡтарының, ведомстволарының рәхмәт хаттары тапшырыу ҡаралған.
Конференцияға ярашлы, «Айыҡ ауыл» конкурсының төп йүнәлештәре булған өс тема буйынса «түңәрәк өҫтәл»дәр үтә:
— «Рәсәй Федерацияһы биләмәһендә сәләмәт йәшәү рәүешен популярлаштырыу буйынса муниципаль райондарҙың һәм төбәктәрҙең иң яҡшы практикалары» — бында муниципаль райондар вәкилдәре, ауыл биләмәләре башлыҡтары һәм конкурс әүҙемселәре ҡатнаша;
— «Башҡортостан Республикаһында наркологик ярҙам ойоштороу һәм, социаль етемлекте иҫкәртеү алымы булараҡ, «Минең ғаиләм» проекты буйынса ата-әсәләрҙе реабилитациялау» — был «түңәрәк өҫтәл» эшендә хакимиәт башлыҡтарының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫарҙары, ғаилә хеҙмәттәре белгестәре һөйләшә;
— «Рәсәй халыҡтарында айыҡлыҡтың күп быуатлыҡ традициялары» — тема буйынса урындағы башҡорттар ҡоролтайҙары рәйестәре, милли-мәҙәни үҙәктәр етәкселәре, Халыҡтар дуҫлығы йорто, тарихи-мәҙәни үҙәктәр белгестәре фекер алыша.
#ҡоролтай #курултай #ВсемирныйКурултайБашкир #Трезвоесело2022 #Айыҡауыл2022 #ФСГОРБ
https://vk.com/kurultaibashkir?w=wall-109622739_67554