

2023 йылда Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы дүшәмбегә тура килә. 29, 30 апрель һәм 1 май — ял көндәре.
Һуңынан рәсәйҙәрҙе Еңеү көнө уңайынан 6-9 майҙа дүрт көнлөк каникул көтә. «Башинформ» хәбәр иткәнсә, 8 май — 2023 йылдың 8 ғинуарынан (йәкшәмбе) күсерелгән ял көнө. Шуға шишәмбе 9 майҙа ғына түгел, ә дүшәмбе 8 майҙа ла ял итергә мөмкин.
Быйыл майҙа бөтәһе 11 ял көнө. Шуларҙың һигеҙе — шәмбе һәм йәкшәмбе, тағы өсәүһе байрам көндәренә тура килә.
https://moradim.ru/articles/y-m-i-t/2023-04-24/may-bayramdarynda-nisek-yal-it-be-3232089?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=37737692