Йәнтөйәк
+24 °С
Дождь
Антитеррор
Новости
24 Апреля 2023, 03:30

Йондоҙнамә (24 – 30 апрель)

Йондоҙҙар юл күрһәтә, әммә яҙмышың үҙ ҡулыңда тип киҫәтә...

Йондоҙнамә (24 – 30 апрель)Йондоҙнамә (24 – 30 апрель)
Йондоҙнамә (24 – 30 апрель)

Ылаҡ (22.12 – 20.01)

Аҙна мөһим ваҡиғалар вәғәҙә итә. Шишәмбелә етди һөйләшеү булыуы ихтимал. Ул төп эшегеҙгә бәйле һымаҡ. Был арала башҡаларҙың һүҙҙәренә ҡарата иғтибарлыраҡ булығыҙ. Бөтөнләй уйламаған кешеләрҙән файҙалы кәңәштәр ишетерһегеҙ.

Һыуғояр ( 21.01 – 19.02)

Шаршамбы һәм шәмбе үтә өмөтлө булырға оҡшай. Иң ауыр һәм ҡатмарлы эштәр ҙә ауырлыҡ тыуҙырмаҫ. Кесе йома ауырыраҡ килер – бер юлы бер-нисә эш менән булышырһығыҙ. Бәғзеләр ниндәйҙер ҡыҙыҡлы сарала ҡатнашырға тура килер.

Балыҡ (20.02 – 20.03)

Көндәр һәйбәт булмаҡсы. Аралашыуҙа бигерәк  тә уңырһығыҙ. Элек һеҙгә ҡаршы булғандар ҙа хаҡ булыуығыҙҙы иҫбатлар һәм был турала асыҡ әйтер. Уҡып йөрөгәндәрҙең хәлде үтә шәп булыр, бер ниндәй ҙә ҡыйынлыҡтар көтөлмәй. Яҡшы хәбәрҙәр даими килеп торор.

Ҡуҙы (21.03 – 20.04)

Осор файҙалы үтер. Иң ауыр мәсьәләләр ҙә асыҡлана барыр. Элек алған белемегеҙ һеҙгә һәр саҡ ярҙам итер. Шаршамбы ауыр килһә лә, барыһын да йырып сығырһығыҙ. Ниндәйҙер ҙур милек ҡулығыҙға инер һәм һеҙҙә ҡалмайынса юғалып та ҡуйыр.

Буға (21.04 – 21.05)

Һуңғы ваҡытта борсоп торған һорауға яуап табырһығыҙ. Бынан һуң үҙегеҙҙе күпкә тынысыраҡ тоя башларһығыҙ. Өй-йорт мәсьәләләре лә еңел хәл ителер. Табиптарға күренеү өсөн  дә ваҡыт табырға онотмағыҙ, уларҙа күптән булғанығыҙ юҡ бит.

Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)

Был арала әллә ни ҙур ваҡиғалар көтөлмәй. Күпселектә ҡәҙимге, яҡшы таныш булған эштәрҙе башҡарырһығыҙ. Мәл ниндәйҙер элекке бурысты ҡайтарыу өсөн уңайлы. Һеҙгә лә бурыстарығыҙҙы ҡайтарырҙар. Йомала яратҡан кешегеҙҙән ыңғай хәбәр ишетерһегеҙ.

Ҡыҫала (22.06 – 23.07)

Һеҙҙең өсөн уңышлы осор башланды кеүек. Шишәмбелә уңайлы мәл кисерерһегеҙ. Шаршамбыла ҡайһы бер мәсьәләне тулыһынса асыҡларһығыҙ, бәлки. Аҙна аҙағында  ҡулығыҙға аҡса инер. Уны нисек тотонорға икәнен үҙегеҙ ҙә яҡшы беләһегеҙ.

Арыҫлан (24.07 –23.08)

Аҙна башында яҡын кешегеҙ менән бәйле яҡшы хәбәр ишетерһегеҙ. Был арала бер нисә осрашыу көтөлә. Уларҙың күпселеге файҙалы булмаҡсы. Бик күптән күрмәгән кешене лә күреүегеҙ ихтимал.

Ҡыҙ (24.08 – 23.09)

Етеҙ эш итергә тырышығыҙ. Үҙегеҙ һәм башҡалар өсөн дә ҡайһы бер файҙалы эштәрҙе башҡара алырһығыҙ. Ауыр хәлгә тарыған кешегә лә ярҙам итерһегеҙ кеүек. Йомалағы ваҡиғалар тормошоғоҙҙоң икенсе яғын күрергә булышлыҡ итер.

Үлсәү (24.09 – 23.10)

Шишәмбелә ишеткән хәбәрҙәр яҡын киләсәгегеҙ өсөн мөһим буласаҡ. Ҡайһы бер элек ҡоролған  үҙгәртергә лә тура килер. Кесе йомала иғтибар үҙәгендә булырһығыҙ, шуға үҙегеҙҙе тейешенсә тотоғоҙ.

Саян (24.10 – 22.11)

Яңы башланған эштәрегеҙҙең ҡатмарлы булыуы ла мөмкин. Тәү ҡарашҡа улар еңелерәк күренә ине. Шулай ҙа барына ла төшөнә алырһығыҙ һәм эшегеҙҙең йомғаҡтары ҡыуандырыр. Кесе йомала аҡсалата юғалтыу кисереүегеҙ бар, быны һиҙмәй ҙә ҡалырһығыҙ.

Уҡсы (23.11 – 21.12)

Ҡайсаҡ юҡ-бар өсөн борсолорһоғоҙ, ләкин был һеҙгә зыян килтермәҫ. Ауырлыҡтар күбәйгән һайын, әәүҙемерәк эш итерһегеҙ. Йондоҙҙарҙың һеҙҙең яҡлы икәнен шаршамбыла асыҡ тойорһоғоҙ. Йомала ниндәйҙер бәхәстәргә инеүҙән һаҡланығыҙ.

ӨМӨТБАЙ.

 

https://ye102.ru/articles/common_material/2023-04-23/yondo-nam-24-30-aprel-3213323

Автор:
Читайте нас