+30 °С
Болотло


Президент Йәштәр көнөн июндең һуңғы шәмбеһенә күсерергә ҡушты. Был үҙгәреш юҡҡа түгел.
Владимир Путин Мәскәү дәүләт университетының "Ломоносов" ғилми кластерына барғанда уға бер студент ҡыҙ иҫтәлекле датаны күсерергә тәҡдим итә. Баҡһаң, йәштәргә эш көнөндә (27 июнь төрлө көнгә тура килә бит) байрам итеү уңайһыҙлыҡ тыуҙыра икән. Шуға ла Йәштәр көнөн июндең һуңғы шәмбеһенә нығытып ҡуйырға булғандар.