Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Март 2023, 10:32

Йондоҙнамә (20 – 26 март)

Йондоҙҙар юл күрһәтә, әммә яҙмышың үҙ ҡулыңда тип киҫәтә...

Йондоҙнамә (20 – 26 март)
Йондоҙнамә (20 – 26 март)

Ылаҡ ( 22.12 – 20.01)

Көндәр һәйбәт килер. Ижади һәләттәрегеҙ асылыр – башығыҙҙа яңы уй-фекерҙәр даими тыуып торор. Электән хәл ителмәгән мәсьәләне сисеү юлдарын да табырһығыҙ, бәлки. Элек иғтибар итмәгән мөмкинлектәрҙе лә еңел күрерһегеҙ. Шаршамбы ғына айырылып торор – юҡ-бар мәшәҡәттәр күбәйер.

Һыуғояр ( 21.01 – 19.02)

Аҙна ҡәҙимгесә көтөлә. Күпселек ваҡиға һеҙ алдан уйлағанса барыр. Йондоҙҙар аҡса менән бәйле эштәрҙә үтә иғтибарлы булырға ҡуша. Шишәмбелә аҡсағыҙҙы бөтөнләй кәрәкмәгән нәмәгә әрәм итеүҙән һаҡланығыҙ.

Балыҡ ( 20.02 – 20.03)

Әллә ни ҙур уңыштарға өмөт итмәгеҙ. Бөтәһе лә һәүетемсә генә барыр. Шулай ҙа осор файҙалы буласаҡ. Бәғзеләр элек үҙләштерелгән һөнәрҙе файҙаланыр, һәйбәт һөҙөмтәләргә өлгәшер. Кемдер элек булмаған урындарҙы күрер, бәлки.

Ҡуҙы ( 21.04 – 20.05)

Шишмәбелә иғтибарлыраҡ булығыҙ. Бәләкәй генә ваҡиғаларҙың да аҙаҡ тормошоғоҙҙа ҙур урын алыуы мҡөмкин. Ҡайсаҡ икеләнеүҙәр-шикләнеүҙәр кисерерһегеҙ. Был тәбиғи, һеҙ дөрөҫ юлдан бараһығыҙ. Ошо арала күптәнге дуҫтарығыҙ ҙа үҙҙәре хаҡында белдерер.

Буға ( 21.04 – 21.05)

Был  арала дәртегеҙ ташып торор. Ниндәйҙер өмөтлө күренгән яңы эш менән дә мауығып китеүегеҙ бар. Йондоҙҙар һаҡ булырға ҡуша. Эшегеҙҙең йомғаҡтары һеҙ алдан уйлағанға тап килмәҫ кеүек.

Игеҙәктәр ( 22.05 – 21.06)

Көндәр һәйбәт килер. Элек уртаҡ тел таба алмаған кешеләр менән мөнәсәбәттәрҙе үҙгәртә алырһығыҙ, моғайын. Бынан һуң үҙегеҙҙе тынысыраҡ тоя башларһығыҙ. Йомала үҙегеҙ һәм башҡалар өсөн дә бик файҙалы эште башҡарырһығыҙ.

Ҡыҫала ( 22.06 – 23.07)

Бәғзеләр аҙна башында ниндәйҙер ҙур яңы эшкә тотонор. Тәүге уңыштар дәртләндерер, ләкин аҙаҡ ҡыйынлыҡтарҙың күбәйеүе лә ихтимал. Күптәр ярҙам эҙләр һымаҡ. Кәңәш бирерлек кешеләр янығыҙҙа бар, буғай.

Арыҫлан ( 24.07 – 23.08)

Кире ваҡиғалар осрамаҫ. Шишәмбелә бүләк алырһығыҙ. Ғөмүмән, эштәрегеҙ яҡшы барыр. Ҡайсаҡ кеше эштәренә лә ҡыҫылырға тура килер, моғайын. Бында бер ниндәй үпкәләшеү булмаҫҡа тейеш, хатта рәхмәт тә әйтерҙәр.

Ҡыҙ ( 24.08 – 23.09)

Осор файҙалы үтер. Борсоп торған ҡайһы бер һорауға яуап алыу мөмкинлеге булыр. Шишәмбелә мөһим ваҡиғалар көтөлә. Был көндө ишеткән хәбәрҙәр яҡын киләсәккә ҡорған маҡсаттарығыҙҙы асыҡларға ярҙам итер.

Үлсәү ( 24.09 – 23.10)

Әүҙемлек күрһәтеү өсөн уңайлы ваҡыт. Был арала һеҙгә бер кем дә ҡаршы килмәҫ. Киреһенсә ярҙам итергә теләүселәр һәр саҡ табылып торор. Кесе йомала ғына мөмкинлектәрегеҙҙе дөрөҫ баһалауығыҙ мөһим. Хәлегеҙҙән килмәгәнгә тотонмағыҙ.

Саян ( 24.10 – 22.11)

Был арала ваҡиғалар үтә үҙгәреүсән булмаҡсы. Уларҙың айышыуына тиҙ төшөнөрһөгөҙ. Әүҙемлегегеҙ арҡаһында ҡайһы бер эштә башҡаларҙы уҙырһығыҙ. Йомала ниндәйҙер көтөлмәгән осрашыу булыуы ихтимал. Бынан барығыҙ ҙа ҡәнәғәт ҡалырһығыҙ.

Уҡсы ( 23.11 – 21.12)

Аралашыуҙарҙа мотлаҡ уңырһығыҙ. Кешеләрҙең күңелен таба белеүегеҙ башҡаларҙы һеҙгә тартыр. Уларҙың серҙәрен дә белерһегеҙ. Быға улар тыныс ҡараһын, һеҙ артығын һөйләмәй торғандарҙан. Кемгәлер ярҙам итерһегеҙ. Сығымдарығыҙ күбәйер, ләкин килемегеҙ ҙә артыр.

ӨМӨТБАЙ.

https://ye102.ru/articles/mahsus/2023-03-19/yondo-nam-20-26-mart-3174880

Йондоҙнамә (20 – 26 март)
Йондоҙнамә (20 – 26 март)
Автор:
Читайте нас: