+21 °С
Ясна
29 июлдә Өфөгә эш сәфәре менән Ҡалмығстан Башлығы Бату Хасиков килде. Өфө аэропортында уны Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡаршыланы.
Эш сәфәре сиктәрендә Бату Хасиков Баймаҡ районында үтәсәк “Башҡорт аты” фестивале сараларында ҡатнашасаҡ.
Бынан тыш Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән Ҡалмығстан Башлығы Бату Хасиковтың осрашыуы билдәләнгән. Унда төбәк етәкселәре сауҙа-иҡтисади, фәнни–техник һәм социаль–мәҙәни хеҙмәттәшлек тураһында хөкүмәт-ара килешеүгә ҡул ҡуясаҡ.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.