Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Ғинуар 2022, 12:25

Михаил Зеленский вафат булды

46 йәшлек билдәле журналистың ғүмере Доминикана илендә өҙөлгән...

Михаил Зеленский вафат булды
Михаил Зеленский вафат булды

Күңелһеҙ яңылыҡ еткерәбеҙ: бөгөн билдәле журналист, радио һәм телевидение алып барыусыһы Михаил Зеленский вафат булды. Уға ни бары 46 йәш ине.

Асыҡланыуынса, әлеге ваҡытта ул ҡатыны менән Доминикана Республикаһында ял иткән. Рәсми рәүештә уның үлеме сәбәбе тураһында хәбәр ителмәһә лә, күп кенә сығанаҡтар белдереүенсә, ир инсульт кисергән. Журналист ҡапыл үҙен насар тоя башлаған, ҡатыны уны урындағы дауаханаға алып барған, әммә ғүмерен ҡотҡара алмағандар.

Михаил Зеленский 1975 йылдың 7 сентябрендә Мәскәү ҡалаһында тыуған. Һуңғараҡ ғаиләһе менән Хабаровскиға күскән, унда Хабаровск медицина институтына һәм Хабаровск физик культура институтына уҡырға ингән. Уҡыған сағында уҡ урындағы радиостанцияла диджей булып эшләгән. 1996 йылда кире баш ҡалаға әйләнеп ҡайтҡан һәм бында Мәскәү телевидение һәм радио хеҙмәткәрҙәренең квалификацияһын камиллаштырыу институтына телерадиотапшырыуҙар алып барыусылар курсына уҡырға ингән. Тәүҙә “Рәсәй радиоһы” һәм “ТВ-Центр” телеканалында эшләй, аҙаҡ “Рәсәй” каналында “Хәбәрҙәр” тапшырыуын алып бара. Шулай уҡ “Хәбәрҙәр-Мәскәү” тапшырыуын алып барған, “Рәсәй-24”, “Рәсәй-Мәҙәниәт”, “Рәсәй” каналдарында эшләгән.

Фото: starhit.ru

Автор:Альфия Мингалиева
https://bashgazet.ru/articles/y-m-i-t/2022-01-12/mihail-zelenskiy-vafat-buldy-2651235
Михаил Зеленский вафат булды
Михаил Зеленский вафат булды
Читайте нас: