Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Ғинуар 2022, 14:00

Күгәрсен районы хакимиәте етәксеһе киткән...

Сәбәбе - етди.

Күгәрсен районы хакимиәте етәксеһе киткән...
Күгәрсен районы хакимиәте етәксеһе киткән...

Был турала ул социаль селтәрҙә лә яҙып һалды.

"Кисә, 11 ғинуарҙа, республиканың Юғары суды миңә ҡарата ғәйепләү ҡарарын үҙ көсөндә ҡалдырҙы. Суд ҡарары менән төптө килешмәйем, шуға күрә уға ялыу яҙасаҡмын һәм артабанғы суд инстанцияларында дөрөҫлөк һәм намыҫлы исемем өсөн көрәшемде дауам итәсәкмен. Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Фәрит улы Хәбировҡа һәм уның командаһына ярҙамы һәм аңлауы өсөн ҙур рәхмәт!

Һәм, әлбиттә, һеҙгә – яҡташтарыма, Күгәрсен районы халҡына, ышаныс күрһәткәнегеҙ өсөн рәхмәт белдерәм. Мин район башлығы вазифаһында эшләгән осорҙа күп яҡшы эш башҡарҙым. Һәр ваҡыт ғәҙел һәм район халҡы мәнфәғәтендә эшләнем. Ниҙелер, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, эшләп өлгөрмәнем. Ләкин, шуға ҡарамаҫтан, муниципалитетты артабан үҫтереү буйынса планлаштырылған эштең дауам ителәсәгенә ышанам.

Район хакимиәтендә көслө профессионалдар командаһы эшләй, улар артабан да республика етәкселеге менән ҡуйылған бөтә планды һәм бурысты тормошҡа ашырыу менән шөғөлләнәсәк. Әммә иң мөһиме – тыуған районымда эшһөйәр, изге күңелле һәм яуаплы кешеләр йәшәй һәм эшләй – һеҙ, ҡәҙерле Күгәрсен халҡы!"

Мәғлүмәттәргә ярашлы, Ғайса Янбаев "Тәүәкән" предприятиеһында эшләгән осорҙағы финанс мутлыҡта ғәйепләнеп, шик аҫтына алынған.

Фото: vk.com

 

Сығанаҡ: https://ye102.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2022-01-12/k-g-rsen-rayony-hakimi-te-et-kse-e-kitk-n-2651355?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=35065816

Автор:
Читайте нас: