Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Декабрь 2021, 10:45

“Пландар күп, ә юбилейға тиклем ваҡыт аҙ ҡала”

Өфөнөң 450 йыллығын байрам итеүгә әҙерлек буйынса кәңәшмә булды.Тулы текст сайтта:

“Пландар күп, ә юбилейға тиклем ваҡыт аҙ ҡала”
“Пландар күп, ә юбилейға тиклем ваҡыт аҙ ҡала”

Бөгөн Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 2024 йылда Өфөнөң 450 йыллығын байрам итеүгә әҙерлек буйынса эш кәңәшмәһе үткәрҙе. Унда ҡатнашыусылар төбәктең баш ҡалаһында сафҡа индереү күҙалланған төп ҡоролмаларҙы һәм объекттарҙы финанслау, проектлау, төҙөү мәсьәләлре буйынса фекер алышты.

Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров Өфөнөң Киров районындағы Евразия китапханаһы, шулай уҡ ҡаланың Октябрь районында төҙөләсәк Көрәш үҙәге концепцияһы тураһында һөйләне. Объекттарҙы күп функциялы итеү планлаштырыла. Мәҫәлән, Евразия китапханаһында проекты балалар, йәштәр менән мәғрифәт эшенең заманса алымдары тормошҡа ашырыласаҡ. Бының өсөн бинала концерт, лекция һәм уҡыу залдары, интерактив музей, ижади киңлектәр булдырыласаҡ. Объект буйынса проект документтарын 2022 йылдың уртаһына әҙерләйҙәр.

Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, китапхана Евразия төбәгендә иң яҡшы мәғариф үҙәктәренең береһе буласаҡ, ул Көнбайыш һәм Көнсығыш илдәре тарихын, мәҙәниәтен өйрәнеү мөмкинлеген бирәсәк, тип өҫтәне. Радий Хәбиров үҙенсәлекле ҡулъяҙмаларҙы, төрлө тематикалағы раритет баҫмаларҙы үҙ эсенә алған күләмле китап фондын туплай башларға ҡушты.

– Китапхананы бөтә йәштәге кешеләр өсөн актуаль булған ҡыҙыҡлы интеллектуаль һәм ижади йөкмәтке менән байытыу мөһим, – тине ул.

Көрәш үҙәге төҙөлөшө проекты Адреслы республика инвестиция программаһына индерелгән. Спорт учреждениеһында халыҡ-ара, Рәсәй кимәлендәге ярыштар, күмәк саралар уҙғарыласаҡ, спортсылар әҙерләнәсәк. Башҡортостан Башлығы Көрәш үҙәгендә фитнес клубын, йәмәғәт туҡланыуы учреждениеһын асыу мөмкинлеген дә ҡарарға ҡушты.

– Был проект киң даирәнең – йәш спортсыларҙың һәм уларҙың ата-әсәһенең буш ваҡытын ҡыҙыҡлы итеп ойошторорға теләгән әүҙем ғаиләләрҙең мәнфәғәтенә яуап бирергә тейеш, – тине Радий Хәбиров. – Шул уҡ ваҡытта спорт һәм йәштәргә физик тәрбиә биреү төп йүнәлеш булып ҡалырға тейеш.

Кәңәшмәлә вице-премьер Рәйеф Әбдрәхимов Республика һуғыш ветерандары госпитале һәм математика лицей-интернаты төҙөлөшөнә әҙерлектең арауыҡтағы һөҙөмтәләре менән таныштырҙы. Госпиталь корпусынының проект документтарын киләһе йыл яҙға әҙерләү күҙаллана. Төҙөлөшкә ике йыл самаһы китәсәк. Артабан медицина учреждениеһын заманса ҡорамалдар менән йыһазландырыуға тотоналар. Радий Хәбиров бина эргәһендәге парк биләмәһен төҙөкләндереү проектын төҙөү тураһында ла уйларға ҡушты.

Республика математика лицей-интернаты VI – X класс уҡыусыларын ҡабул итәсәк. Ул 360 уҡыусыға иҫәпләнә, бында шулай уҡ 250 урынлыҡ дөйөм ятаҡ та төҙөләсәк.

Төбәктең мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин киләһе йылда мәғариф ойошмаһының идара итеү командаһын, тағы ла бер йылдан уҡытыусылар коллективын туплай башлау тураһында белдерҙе. Республика Башлығы әйтеүенсә, лицей илдә ошондай иң яҡшы учреждениеларҙың береһе булырға тейеш.

Баш ҡалабыҙҙың юбилейы айҡанлы “Өфө ҡаласығы – II” объекты биләмәһендә яңы музей учреждениеһы – махсус археологик материалдар һаҡлағысы барлыҡҡа киләсәк. Башҡортостан Башлығы Мәҙәниәт министрлығына буласаҡ музейҙы экспонаттар һәм тарихи артефакттар менән байытыу мөмкинлеген ҡарарға ҡушты.

Ике йылдан Өфө үҙәгенән алыҫ булған биҫтәләрҙә федераль кимәлдәге ярыштар уҙғарыу өсөн ҙур спорт үҙәктәре сафҡа инәсәк. Мәҫәлән, Инорста – ишеү слаломы, ә Затонға ингән ерҙә, Рима Баталованың Спорт әҙерлеге үҙәгенән 400 метр алыҫлыҡта, Башҡортостандың фехтование үҙәге төҙөлә.

– Ишеү слаломы өсөн ҡоролмалар проектын Адреслы республика инвестиция программаһына индерҙеләр. Федераль бюджеттан уның төҙөлөшөнә 250 миллион һум аҡса бүленә, – тине республиканың спорт министры Руслан Хәбибов.

Фехтование үҙәге проекты яраштырыу ғәмәлдәрен үтә. Төбәк етәксеһе ошо спорт объектының визуаль концепцияһын тәҡдим итергә ҡушты.

Вице-премьер Рәйеф Әбдрәхимов шулай уҡ Ағиҙел йылғаһы аша иҫке аркалы күперҙе капиталь ремонтлау һәм Коммунистик урам аша Салауат Юлаев проспекты өҫтөнән үткән юл үткәргесен яңыртыу планын, “Көньяҡ ҡапҡаһы” транспорт-логистика проектын тәҡдим итте.

Кәңәшмә аҙағында Октябрь революцияһы урамын реконструкциялау, Ленин, Пушкин, Коммунистик урамдарҙы төҙөкләндереү проекттарын ҡаранылар. Республика Башлығының ҡала мөхитендәге йәмәғәт киңлектәрен үҫтереү мәсьәләләре буйынса кәңәшсеһе Ольга Сарапулова Өфөнөң тарихи йөҙөнөң нисек үҙгәрәсәге тураһында һөйләне.

– Урамдар автомобиль хужалары, йәйәүлеләр, велосипедсылар өсөн уңайлыраҡ буласаҡ. 2024 йылға тиклем Дуҫлыҡ монументынан алып Ибраһимов бульварына тиклем урам инфраструктураһы реконструкциялана, – тине ул.

– Өфөнөң 450 йыллығына әҙерләү буйынса пландар ҙур, ә юбилейға тиклем ваҡыт аҙ ҡала, – тине Радий Хәбиров. – Шуға күрә һәр эш участкаһы өсөн яуаплылар ойоштороу комитетының киләһе ултырышына бөтә объекттар буйынса ентекле юл картаһын тәҡдим итергә тейеш.

Фото: glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/147699.html

Сығанаҡ: glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/147699.html

Автор:Лилия Давлетбакова
 
 
 
 
Читайте нас: