Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Ноябрь 2021, 16:05

Тағы бер нисә тармаҡ хеҙмәткәрҙәре өсөн мотлаҡ вакцинация индерелә

Был талап кемдәргә ҡағыласаҡ?

Тағы бер нисә тармаҡ хеҙмәткәрҙәре өсөн мотлаҡ вакцинация индерелә
Тағы бер нисә тармаҡ хеҙмәткәрҙәре өсөн мотлаҡ вакцинация индерелә

Башҡортостандың сәнәғәт, төҙөлөш һәм ауыл хужалығы предприятиеларында хеҙмәткәрҙәре өсөн мотлаҡ вакцинация индерелә. Был туралағы ҡарарға Роспотребнадзорҙың республика идаралығы етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Галина Пермина ҡул ҡуйҙы.

Һуңғы биш аҙнала республикала 18 йәштән 29 йәшкә тиклемгеләр араһында коронавирус менән ауырыусылар – 10,5 процентҡа, 30 йәштән 49 йәшкә ҡәҙәргеләр араһында – 18,8 процентҡа, 50 йәштән 64 йәшкә тиклемгеләр араһында 19,1 процентҡа күбәйҙе, тип билдәләнә ҡарарҙа.

Атап үтелгән тармаҡтарҙа эшләүселәр прививканың беренсе компонентын 30 ноябргә тиклем, икенсеһен 30 декабргә тиклем ҡаҙатырға тейеш.

Фото "Башинформ"дан алынды.

Читайте нас: