Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Октябрь 2021, 19:17

Мәскәү метроһында "Алга, Башкортостан" поезы йөрөй башланы

Ул бөгөн "Северное" электродепоһынан юлға сыҡты һәм Сокольники линияһында кеше ташыясаҡ. 

Мәскәү метроһында "Алга, Башкортостан" поезы йөрөй башланы
Мәскәү метроһында "Алга, Башкортостан" поезы йөрөй башланы

Өфөнөң 450 йыллығына арналған был поездың ун вагонында боронғолоҡтан хәҙергеһенә тиклем Башҡортостан тарихы, Өфө һәм уның иҫтәлекле урындары, башҡорт халҡының мәҙәниәте һәм фольклоры, төбәктең тәбиғәте һәм туризмы, иҡтисад менән сәнәғәте күрһәтелгән.

Әйткәндәй, заманында Мәскәү метрополитенын төҙөүҙә Башҡортостан эшселәре ҡатнашҡан. 

Автор:Айбулат Ишназаров
Автор:
Читайте нас: