Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Октябрь 2021, 08:20

Көнтүгеш ауылы халҡы юллы булды!

Республика көнө алдынан Балтас районында халыҡ көтөп алған объект —  Иванай һәм Көнтүгеш ауылдары араһында төҙөлгән асфальт юл сафҡа индерелде.

Көнтүгеш ауылы халҡы юллы булды!
Көнтүгеш ауылы халҡы юллы булды!

Иванай һәм Көнтүгеш ауылдары араһында төҙөлгән асфальт юл оҙонлоғо биш километр. Элек был ара Көнтүгеш, Яңы Уразай, Йәнтимер ауылдарына ҡайтыусыларҙы ысынлап хафаға, юл ғазаптарына һалһа, хәҙер машиналар асфальт юлдан елдереп кенә үтә. Был ваҡиға балтастар һәм тирә-яҡ ауылдар, райондар, хатта өлкәләрҙән килеп Йәнтимер күле буйында  ял итеүселәр өсөн дә шатлыҡлы хәл. Барам тигән урыныңа тиҙ генә барып етәһең!

Юлды ремонтлау эштәре “Башҡортостан Республикаһы транспорт системаһын үҫтереү” дәүләт программаһы сиктәрендә Владимир Петрович Зубов етәкселегендә “Башальянсстрой” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте көсө менән башҡарылды.

Байрамдарҙа район хакимиәте башлығы Илгиз Әхүәс улы Субушев оҙатыуында хөрмәтле ҡунаҡтар: Башҡортостан Республикаһы Премьер-министры урынбаҫары Рәйеф Рамазан улы Әбдрәхимов, яҡташыбыҙ, Өфө ҡалаһы инвестицион-төҙөлөш комитеты генераль директоры, яңы һайланған Өфө ҡала Советы рәйесе, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе Марат Васфи улы Вәсимов, объекттарҙы төҙөүсе подрядсы ойошмалар етәкселәре ҡатнашты.

Гөлнара Шәймөхәмәтова.

 

Көнтүгеш ауылы халҡы юллы булды!
Көнтүгеш ауылы халҡы юллы булды!
Көнтүгеш ауылы халҡы юллы булды!
Көнтүгеш ауылы халҡы юллы булды!
Көнтүгеш ауылы халҡы юллы булды!
Көнтүгеш ауылы халҡы юллы булды!
Читайте нас: