Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Октябрь 2021, 08:55

Туймазы районында дүрт ауылда ҡош-ҡортто йыйып яндырғандар

Район башлығы ҡарары менән бында 6 октябрҙә ғәҙәттән тыш хәл режимы индерелгән.

Туймазы районында дүрт ауылда ҡош-ҡортто йыйып яндырғандар
Туймазы районында дүрт ауылда ҡош-ҡортто йыйып яндырғандар

5 октябрҙә Рәсәй МЧС-ының БР буйынса идаралығында Туймазы районының Бишҡурай ауылында ҡош киҙеүе асыҡланыуы тураһында хәбәр ҡабул итәләр. Район башлығы ҡарары менән бында 6 октябрҙә ғәҙәттән тыш хәл режимы индерелгән.

Карантин зонаһына ингән-сыҡҡан урындарҙа транспортты тикшереү һәм санитар эшкәртеү өсөн көсәйтелгән санитар постары ҡуйылған. Хәүефле урындағы Бишҡурай, Ярмунса, Булат һәм Николаевка ауылдарында ихата һайын йөрөп ҡош-ҡорттарҙы йыйыу ойошторолған һәм МЧС хеҙмәткәрҙәре күҙәтеүендә яндырып юҡ ителгән. Кетәк-һарайҙарға, ихаталарға өс ҡат дезинфекция үткәреләсәк, ем-маҙар утилләштерелгән. Һәр хужалыҡта йәшәүселәр «Совигрипп» менән вакциналанған.

Әле район хакимиәте тарафынан халыҡҡа килтерелгән зыянды ҡаплау тураһында хәл ителә.

8 октябрҙә ЧС режимы айырым ҡарар сыҡҡанға тиклем юғары әҙерлек режимына күсерелгән. Ауылдар тирәһендәге постар тәүлек әйләнәһенә эшләй.

Ситуацияны Рәсәй МЧС-ының БР буйынса идаралығы даими контролдә тота.

Автор:Айбулат Ишназаров
 
https://ye102.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2021-10-09/tuymazy-rayonynda-d-rt-auylda-osh-ortto-yyyyp-yandyr-andar-2536973?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=35065816
Туймазы районында дүрт ауылда ҡош-ҡортто йыйып яндырғандар
Туймазы районында дүрт ауылда ҡош-ҡортто йыйып яндырғандар
Туймазы районында дүрт ауылда ҡош-ҡортто йыйып яндырғандар
Читайте нас: