Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Октябрь 2021, 12:25

Асҡында байрам йәрминкәһе гөрләне!

Бөгөн Асҡын ауылында Республика көнөн билдәләү сиктәрендә ауыл хужалығы тауарҙары йәрминкәһе гөрләп үтте.  

Асҡында байрам йәрминкәһе гөрләне!
Асҡында байрам йәрминкәһе гөрләне!

Йәрминкәлә Асҡын районы ауыл биләмәләре әүҙем ҡатнашты.

Район Мәҙәниәт йорто алдындағы майҙанда иртәнге сәғәт 10.00 тулғансы ауыл биләмәләре башлыҡтары етәкселегендә шәхси хужалыҡ тотоусылар, уңған хужабикәләр, ҡул эше оҫталары, эшҡыуарҙар үҙҙәренең тауарҙарын матур итеп теҙеп, сауҙа урынын байрамса биҙәп, халыҡты әйҙүкләп, ихлас ҡаршы алды. Һатыусылар әйтеүенсә, иң тәүҙә һөт ризыҡтары, ит һәм һарымһаҡ һатылып бөтә. Иттең дә ниндәй генә төрҙәре юҡ ине: һыйыр, сусҡа, тауыҡ, ҡаҙ, өйрәк, һарыҡ, балыҡ ... Йәнең теләгәнен һайлап ал!

Йәрминкәлә шулай уҡ йәшелсә-емеш, төрлө ҡайнатмалар, тоҙланмалар, бәлеш һәм икмәк-ҡалас күп төрлө ине. Емеш ҡыуаҡтары һәм үҫентеләре, сәскә-гөлдәр һатыусылар ҙа күп булды. Быйма һатыусылар янынан да кеше өҙөлмәне. Ҡыҫҡаһы: Асҡында йәрминкә район Мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре һәм һәүәҫкәр артистар әҙерләгән байрам концерты менән үрелеп барып, бик матур, күңелле үтте.

Наилә Имаева.

 

Асҡында байрам йәрминкәһе гөрләне!
Асҡында байрам йәрминкәһе гөрләне!
Асҡында байрам йәрминкәһе гөрләне!
Асҡында байрам йәрминкәһе гөрләне!
Асҡында байрам йәрминкәһе гөрләне!
Асҡында байрам йәрминкәһе гөрләне!
Асҡында байрам йәрминкәһе гөрләне!
Асҡында байрам йәрминкәһе гөрләне!
Асҡында байрам йәрминкәһе гөрләне!
Асҡында байрам йәрминкәһе гөрләне!
Читайте нас: