

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тантаналы рәүештә туғыҙ дауахананың баш табиптарына 13 “Ашығыс ярҙам” машиналарының асҡыстарын тапшырҙы. Автомобилдәрҙең барыһы ла федераль ҡаҙна иҫәбенә алынған.
- Республика байрамы алдынан яңы автомобилдәр асҡысын тапшырыу оло мәғәнәгә эйә. “Ашығыс ярҙам” машиналары паркын артабан да яңыртыу күҙаллана. Киләһе ике-өс йыл эсендә был эште атҡарып ҡуйырбыҙ тип ышанам. Медицина ярҙамына мохтаж кешеләргә яңы, заманса медицина ҡорамалдары менән йыһазландырылған машиналар киләсәк.
Медицина хеҙмәткәрҙәренә ҙур рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм. Бик ауыр ваҡытта һеҙ ауырыу менән көрәштең алғы һыҙығында тораһығыҙ. Барығыҙҙы ла Республика көнө байрамы менән тәбрикләйем, - тине Радий Хәбиров.
Дауаханаларҙың баш табиптары менән аралашҡан ваҡытта Радий Хәбиров һуңғы осорҙа ауырыу осраҡтары артыу сәбәпле халыҡты COVID-19 вирусына ҡаршы вакцинациялау мәсьәләһенә айырым иғтибар бүлде. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин белдереүенсә, көн һайын республикала мең кеше прививка эшләтә.
Республика Башлығы яңы автомобилдәрҙе ҡарап сыҡты. Улар заманса йыһаздландырылған, яңы медицина ҡоролмалдары ҡуйылған һәм ауырыуҙы дауаханаға тиклем тиҙ арала уңайлы шарттарҙа алып илтеп еткереү өсөн ҡулайлаштырылған. Һәр автомобилдә дефибриллятор, электрокардиограф, пульсоксиметр, ЭКГ аппараты, экспресс-анализдар алыу өсөн ҡорамалдар бар.
Автомобиль пациенттар өсөн дә, медицина хеҙмәткәрҙәре өсөн дә һәр яҡлап уңайлы: өҫтәмә яҡтылыҡ, йылытыу ҡоролмалары ҡуйылған.
Радий Хәбиров “Ашығыс ярҙам” автомобиле водителдәренә ҙур рәхмәт һүҙҙәре еткерҙе, уларҙың иңенә әлеге мәлдә ҙур йөк һалыныуын да билдәләне.
Бөгөн өсәр “Ашығыс ярҙам” машинаһы Республиканың ашығыс медицина ярҙамы станцияһына һәм Медицина һәләкәттәре үҙәгенә, Күмертау, Сибай, Нефтекама, Октябрьский ҡалалары дауаханаларына, Мәсәғүт, Иглин, Балтас, Белорет үҙәк район дауаханаларына юлланды.
Фото: Валерий Шахов.