

Үҙәк биш райондан: Балтас, Борай, Асҡын, Мишкә, Тәтешленән көнөнә 30 ауырыуҙы ҡабул итергә һәләтле. Әлегә тиклем көн аша Өфөгә барып, йәшәү өсөн мөһим процедураларҙы үтергә мәжбүр булған пациенттар өсөн был үҙәк төҙөлөүе — айырыуса шатлыҡлы хәл.
Дауахана “Ағиҙел” медицина үҙәге тарафынан булдырылды. Йәмғиәттең генераль директоры Нәзир Хәсән улы Хәфизов әйтеүенсә, бинаны төҙөкләндереү, кәрәкле йыһаздарҙы һатып алыу һәм урынлаштырыу өсөн был үҙәккә 27 миллион һумға яҡын инвестиция һалынған. Бирелә ике табип, ике техник, биш шәфҡәт туташы һәм ике санитаркаға эш урыны булдырылған.
Гөлнара Шәймөхәмәтова.
Ғәзим Талипов фотолары.