

Балаһы вузда көндөҙгө бүлектә уҡыған пенсионерҙар юғары пенсия юллай ала. Ҡайҙа белем алыуы мөһим түгел, Рәсәйҙә йә сит илдә уҡырға мөмкин. Атай-әсәйҙәргә түләү балаһы уҡып бөтөргәнсе йәки уға 23 йәш тулғансы бирелә, тип белдерә Мәскәү өлкәһе буйынса Пенсия фонды бүлексәһе белгестәре.
Бәлиғ булмаған балаларҙың ата-әсәләре лә юғары пенсия алырға мөмкин. Әммә балаға 18 йәш тулғас, уның юғары уҡыу йортонда уҡыуы һәм эшкә урынлашмауы тураһында белешмә тапшырырға тейеш.
Пенсияға өҫтәмә эшкә һәләтһеҙ һәр ғаилә ағзаһына билдәләнгән түләүҙең өстән бер өлөшөн тәшкил итә. 2021 йылда уның күләме – айына 2014 һум.