Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Август 2021, 16:41

Иғтибар: урманға инеү тыйылды

Башҡортостанда көндәрҙең аномаль эҫе тороуына бәйле республиканың урман фондында ғәҙәттән тыш янғын хәүефе һаҡлана.

Иғтибар: урманға инеү тыйылды
Иғтибар: урманға инеү тыйылды

Йыл башынан булған янғындарҙың 102 осрағында кеше ғәйепле, шул иҫәптән 14–16 августа теркәлгән усаҡтарҙың 13-ө халыҡтың ут менән һаҡһыҙ эш итеүе арҡаһында сыҡҡан.

 

Юғары класлы янғын хәүефенең артыуы һәм ғәҙәттән тыш хәлдәргә юл ҡуймау маҡсатында, 16 августан 5 сентябргә тиклем Әбйәлил, Баймаҡ, Белорет, Бөрйән, Йылайыр, Ейәнсура, Күгәрсен, Учалы, Хәйбулла райондарында граждандарға урманға инеү һәм техника менән барыу тыйыла. Был талаптарҙың үтәлешен контролдә тотоу маҡсатында ведомство-ара патруллек ойошторола.

 

Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығы халыҡтан урманға сығыуҙан һәм техника менән барыуҙан тыйылып торорға саҡыра.

 

Урмандарҙа янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен боҙған өсөн административ яуаплылыҡ ҡаралған. Уға ярашлы, граждандарға – 4 мең һумдан 5 мең һумға тиклем, ойошмаларға 300 мең һумдан 500 мең һумға тиклем штраф һалыу ҡаралған.

 

Фото: БР Урман хужалығы министрлығынан.

Автор:Рәмилә Мусина
Иғтибар: урманға инеү тыйылды
Иғтибар: урманға инеү тыйылды
Автор:
Читайте нас: