Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Август 2021, 15:23

Башҡортостанда +39 градус эҫе булыуы көтөлә

Башгидрометүҙәк республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы менән берлектә Башҡортостанда йәшәүселәрҙе яҡынлашып килгән аномаль эҫелек тураһында иҫкәртә.

Башҡортостанда +39 градус эҫе булыуы көтөлә
Башҡортостанда +39 градус эҫе булыуы көтөлә

Синоптиктар фаразынса, 19-22 августа республикала һауа температураһының +39 градусҡа етеүе көтөлә.

«Эҫе һауа торошо кеше өсөн бик хәүефле. Эҫе ҡабыуы, организмдың һыуһыҙланыуы, йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәренең киҫкенләшеүе ихтимал», — тип иҫкә төшөрҙө ҡотҡарыусылар.

Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығында көндөҙгө сәғәт 12-нән 4-кә тиклем ҡояш нурҙары аҫтында йөрөмәҫкә кәңәш бирә, сөнки был ваҡытта ҡояш бик әүҙем. Спиртлы эсемлектәрҙән баш тартырға, күберәк һыу эсергә, аҙыҡ-түлекте ҡулдан һатып алмаҫҡа, әүҙем спорт менән шөғөлләнмәҫкә, ҡыҙыу ҡояшта кешеләрҙе машина эсендә бикле ҡалдырмаҫҡа кәрәк.

 

https://www.bashinform.ru/news/1631080-na-bashkiriyu-nadvigaetsya-anomalnaya-zhara-do-39-gradusov-/

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Фото: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Башҡортостанда +39 градус эҫе булыуы көтөлә
Башҡортостанда +39 градус эҫе булыуы көтөлә
Автор:
Читайте нас: