

Хәйбулла районындағы 1307 гектар ерҙе ялмап алған янғынды ауыҙлыҡлауға өлгәшкәндәр.
“Әле республика биләмәһендә бөтәһе 2093 гектар майҙанда 23 урман янғыны ҡотора. Шул иҫәптән, Хәйбулла районында – өс, Бөрйән районында – 12, Йылайыр районында – дүрт, Ейәрсура районында – өс, Күгәрсен районында бер сығанаҡ. Уларҙың 1604,6 гектар тәшкил иткән һигеҙ сығанағын туҡтатыуға өлгәшкәндәр.
Әле янғын һүндереү дауам итә. Дөйөм көс менән ер һөрәләр, минераль һыҙат һалалар, янғынға ҡаршы ранецтар, ҡаршы ут ярҙамында көрәш алып барыла.
Көстәр төркөмө һәм саралар даими арта бара. Әлеге ваҡытта 838 кеше һәм 146 техника йәлеп ителгән. Авиакүҙәтеү ойошторола.
Әле ауылдарға хәүеф янамай, йорттарға ут күсеүгә юл ҡуйылмаған.
Бөрйән районына өҫтәмә ярҙам ебәрелгән. Урында мобиль бәйләнеш эшләй.
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығында оператив штаб эшләй. Урман янғындары менән хәл контролдә тотола.
Фото: @mchsr.