Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
7 Август 2021, 06:48

Нисек бушлай газ үткәрергә? Нисек ташламалы ипотека юлларға?

Завод хеҙмәткәрҙәре Владимир Путинға үҙҙәрен борсоған барлыҡ һорауҙарҙы бирҙе.

Нисек бушлай газ үткәрергә? Нисек ташламалы ипотека юлларға?Нисек бушлай газ үткәрергә? Нисек ташламалы ипотека юлларға?
Нисек бушлай газ үткәрергә? Нисек ташламалы ипотека юлларға?

Ил Президенты Владимир Путин менән осрашҡан саҡта завод хеҙмәткәрҙәре үҙҙәре өсөн мөһим һорауҙарын да бирҙе. Алдан хәбәр итеүебеҙ буйынса, кисә Әбйәлил районsyда “Цемикс” заводы асылды һәм был тантанала ҡатнашҡан Президент аҙаҡ хеҙмәткәрҙәр менән аралашты.

Предприятиеның әйҙәүсе белгесе Розалия Булатова Владимир Путиндан бушлай газ үткәреү тураһында һораны. Дәүләт башлығы белдереүенсә, ҡасаба-ара газ үткәргестәр янындағы йорттарға бушлай газ индереү эштәре 2022 йылдың аҙағына тиклем тамамланырға тейеш.

– Бында һүҙ ауыл аша торбалар үткән тораҡ пункттар тураһында бара. Ошо торбанан алып йортҡа тиклем газ бушлай үткәрелергә тейеш. Участка эсендәге барлыҡ эштәр – милексе иҫәбенә. Тик бында ла сығымдарҙы кәметеү өсөн Хөкүмәт ҡарары әҙерләне. Был хужалыҡ эсендәге эштәрҙе тормошҡа ашырғандағы типик шарттар, ул хаҡтарҙы бер кимәлдә тотоуҙы күҙ уңында тота. Был газ үткәреү өсөн ҙур ярҙам буласаҡ. Федераль оператор һайланды, ул – “Газпром”, тик төбәк операторҙар әлегә күп ерҙәрҙә билдәләнеп бөтмәгән. Яҡын арала был да эшләнер тип ышанам, – тине Владимир Путин.

Радий Хәбиров белдереүенә, Башҡортостанда төбәк операторы һайлап алынған. Ул – “Межрегионгаз”.

– Беҙ төбәк штабы булдырҙыҡ. “Межрегионгаз” был эш менән шөғөлләнә башланы ла. Беҙҙең финанслау сығанағын аңлайбыҙ һәм этаплап торбаны йорт хужалығына тиклем алып барып еткереүҙе билдәләнек. Бар ҡарарҙар ҙа ҡабул ителгән, – тине Радий Хәбиров.

Һорау биреүсе ҡатынды үҙенең Әбйәлил районындағы эштәр торошо борсой ине. Әлеге ваҡытта районда әүҙем рәүештә шәхси йорттар төҙөү бара. Розалия Булатова әйтеүенсә, уларҙың ике меңдән ашыуы газһыҙ. Мәҫәлән, Дауыт ауылында.

– Бында торба бар, беҙ унда газды алып барып еткерәбеҙ, – тине уға Радий Хәбиров.

Һөйләшеүҙә күтәрелгән тағы бер мөһим тема – шәхси йорттар төҙөү өсөн ташламалы ипотека.

– Шәхси торлаҡ төҙөгән саҡта ташламалы ипотеканы булдырырға кәрәк тип иҫәпләйем. Хөкүмәттә бындай ҡарар бар һәм уны ҡабул ителгән тип иҫәпләргә була. Әйткәндәй, ул ике йүнәлеш буйынса файҙаланыла ала: йорт һатып алыу өсөн дә, төҙөү өсөн дә. Был осраҡта юридик ойошма йәки шәхси эшҡыуар менән тейешле килешеү төҙөлөргә тейеш, – тине Владимир Путин.  

Фото: Башинформ. 

Автор:Альфия Мингалиева
Нисек бушлай газ үткәрергә? Нисек ташламалы ипотека юлларға?
Нисек бушлай газ үткәрергә? Нисек ташламалы ипотека юлларға?
Автор:
Читайте нас