Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
6 Август 2021, 09:02

ЙОНДОҘНАМӘ

(9 – 15 август)

ЙОНДОҘНАМӘЙОНДОҘНАМӘ
ЙОНДОҘНАМӘ

ҠУҘЫ

Ниндәйҙер ҡатмарлы проектты тамамларһығыҙ. Етәк­селек уны тейешенсә баһалар, абруйығыҙ артыр. Автоһәүәҫкәрҙәргә юлда һаҡ булырға кәңәш ителә. Был шулай уҡ спорт менән шөғөл­ләнеүселәргә лә ҡағыла.

 БУҒА

Тирә-яғығыҙҙы байҡағыҙ: берәү ҙә аяҡ салырға йыйынмаймы? Эш урынында өҫтәмә бурыс йөкмәтерҙәр. Уны башҡарыу ҡыйынға төшһә, хеҙмәттәштәрегеҙҙән ярҙам һорарға тартынмағыҙ.

  ИГЕҘӘКТӘР

Был аҙнала бөтә мөмкинлектәрҙе файҙаланып ҡалығыҙ. Ял көндәрендә кәйефегеҙҙе күтәрерлек ваҡиғалар көтөлә. Саф һауала, тәбиғәт ҡосағында күберәк йөрөргә тырышығыҙ.

 ҠЫҪАЛА

Аҙна романтик рухта үтер, моғайын. Мөхәббәт утында яна башлауығыҙ ҙа ихтимал. Аҡсаға бәйле ҡыйынлыҡтар булыуы мөмкин, тик был кәйефегеҙҙе әллә ни төшөрмәҫ. Өлкәндәр һеҙҙең ярҙамға мохтаж кеүек.

 АРЫҪЛАН

Танышыуҙар, аралашыуҙар бик файҙалы булмаҡсы. Өйөгөҙҙә нимәнелер яңыртырға ниәтләһәгеҙ, быны аҙна аҙағына тиклем башҡарырға тырышығыҙ. Эштә ҡатмарлы бурыстарҙы иңегеҙгә алырға ҡурҡмағыҙ.

 ҠЫҘ

Етәкселек алдығыҙға ҙур талап ҡуйыр, тырышлығығыҙ менән мотлаҡ абруй яуларһығыҙ. Яҡындарығыҙ менән мөнәсәбәттәрҙе көйләргә тура килер. Кредитҡа әйбер һатып алыуҙан тыйылып тороғоҙ.

 ҮЛСӘҮ

Уңышлы осор. Кеше кәңәшенә ҡолаҡ һалығыҙ, әммә үҙегеҙ теләгәнсә эшләгеҙ. Әлегә тиклем төҙөлгән килешеүҙәр һөҙөмтәһен бирер, матди килем алырһығыҙ. Бер генә кәңәш – иңегеҙгә ҙур яуаплылыҡ алмаҫҡа тырышығыҙ.

 САЯН

Аҡса мәсьәләһендә яҡын­дарығыҙ менән кәңәшләшеп эш итегеҙ. Ә бына шәхси мөнәсә­бәттәргә ҡағылышлы ҡарарҙы яңғыҙ ҡабул итегеҙ. Ял көндәрендә туғандарығыҙ килер, моғайын. Интернет-магазин аша әйбер һатып алмай тороғоҙ, үкенергә тура килер.

 УҠСЫ

Эш бурыстары күп ваҡыт талап итер. Яҡын­дарығыҙ ҙа иғтибарығыҙға мохтаж кеүек. Етәкселек менән низағлашмаҫҡа тырышығыҙ. Аҫтыртын эш-ғәмәлдәрҙән йыраҡ тороғоҙ, барыһы ла бик тиҙ асыҡланыр, үҙегеҙгә зыян килер.

 ЫЛАҠ

Ниндәйҙер серҙе асырһығыҙ, һөҙөмтәлә яҡын­дарығыҙ араһындағы берәүгә мөнәсәбәтегеҙ ҡырҡа үҙгәрер. Эштә һүҙ һөйләүҙән туҡтап, баш баҫып эшләгеҙ. Мохтаждарға ярҙам итергә тырышығыҙ.

 ҺЫУҒОЯР

Төҫ-ҡиәфәтегеҙгә бәйле эксперимент үткәреүҙән тыйылып тороғоҙ. Бөтә көсөгөҙҙө эшкә, йортоғоҙҙо тәртипкә килтереүгә йүнәлтегеҙ. Көтмәгән ерҙән аҡса килеүе ихтимал.

 БАЛЫҠ

Һәр йәһәттән эске тойомлауығыҙға таянығыҙ. Башбаштаҡлыҡҡа юл ҡуймағыҙ, һөнәри үҫешегеҙгә аяҡ салырһығыҙ. Көтмәгәндә сәфәргә сығыуығыҙ мөмкин.

ЙОНДОҘНАМӘ
ЙОНДОҘНАМӘ
Автор:
Читайте нас