

Был донъяға һәр кем үҙ яҙмышы менән килә. Берәүҙәр һынауҙарҙы күтәрә алмай, ауырлыҡтарға бирешеп, юғалып ҡала, икенселәр башҡаларға өлгө булып йәшәй бирә. Ҡарткиҫәк ауылында ғүмер итеүсе Фларида Маҙһар ҡыҙы ла нәҡ шундай көслө рухлы, сабыр, шәфҡәтле гүзәл зат. Улай ғына ла түгел, еңел булмаған әлеге заманда үҙ мәшәҡәтенә генә күмелеп ҡалмаған миһырбанлы килен, олоғайып, ауыр сиргә дусар булып, физик мөмкинлектәре сикләнгән 87 йәшлек ҡәйнәһен, тыумыштан йөрөмәй, ятып ҡына торған уның 61 йәшлек ҡыҙын, ике йыл элек сирләп, аяҡһыҙ ҡалған аҡ әбейен (әсәһенең апаһын) үҙ тәрбиәһенә ала.
Фларида Упҡанкүл ауылында тыуып үҫә, урындағы мәктәптә уҡый. 1999 йылда Ҡарткиҫәк ауылы егете Әлфәрис Ниғмәтулла улына кейәүгә сығып, ошо ауылға килен булып төшә. Уларҙың ғаилә ҡороп, матур, етеш тормош көтөүҙәренә 22 йыл тулған.
Сабыр ҡанаттары шартлап һыныр мәлгә еткәндә, йәнәшәлә шундай көслө рухлы, түҙемле, уңған, мәрхәмәтле кешеләр барлығын иҫкә алырға кәрәк. Мәҡәләм геройы нәҡ шундайҙарҙан. Фларида Маҙһар ҡыҙы һәр тыуған көнгә шатланып, тормошто яратып, ҡәҙерен белеп, матурлыҡ тыуҙырып, изгелектәр ҡылып, үҙенә, яҡындарына яҡшылыҡ эшләүселәргә рәхмәтле булып, мәрхәмәтлек өләшеп йәшәй.
Фларида Гәрәева тураһында тулыраҡ “Йәнтөйәк” гәзитенең киләһе һанында уҡый алаһығыҙ.
Наилә Имаева.
Автор фотолары.