Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Июль 2021, 14:13

“Йәшел фитнес” менән шөғөлләнергә теләйһеңме?

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Билдәле булыуынса, Башҡортостанда Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Демография” милли проектының “Спорт – йәшәү нормаһы” төбәк проектын тормошҡа ашырыу дауам итә. Уға ярашлы, физик культура һәм спорт менән даими шөғөлләнгән халыҡ һаны 2024 йылға 55 процентҡа етергә, ә 2030 йылға бөтә кимәлдә һәм корпоратив мөхиттә күмәк спорт эшен әүҙемләштереү һөҙөмтәһендә Рәсәйҙә был күрһәткесте 70 процентҡа тиклем арттырырға тейеш.
Милли проект нигеҙендә Өфөлә ”Йәшел фитнес” проекты ғәмәлгә индерелде. Ҡала халҡы өсөн парктарҙа һәм скверҙарҙа көн һайын даими күнекмәләр үткәрелә. Йәй тамамланғанса теләге булған һәр кем йога, фитнес, зумба, йүгереү һәм башҡа спорт төрҙәре буйынса дөйөм күнекмәләргә ҡушыла ала.
Проект тураһында мәғлүмәт zelfi.ru сайтында бирелгән. Ошонда уҡ мотлаҡ теркәлеү шарт. Унан һуң һеҙгә күнекмәгә билет – QR-код бирелә. Әйткәндәй, күнекмәләргә йөрөп, ноутбук, квадракоптер, электр самокаты, аҡыллы үлсәү кеүек ҡиммәтле бүләктәр отоу мөмкинлеге лә бар. Әле Өфөлә “Йәшел фитнес” һәр кесаҙна киске сәғәт 8-ҙә Art Plaza торлаҡ комплексында (Һәҙиә Дәүләтшина бульвары, 9А) уҙғарыла.

Автор:Лилия ДавлетбаковаФото: srk.nationalpriority.ru/press_releases/122969
Автор:Лилия Давлетбакова
Автор:IMPORT Сервисный
Читайте нас: