Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Июль 2021, 12:27

Башҡортостандың 13 районында ужым ашлығын йыйыу башланды

Әлеге ваҡытта Башҡортостандың 13 районы аграрийҙары ужым ашлығын йыйыуға тотондо. 5,5 мең гектарҙан ашыу бөртөклө ужым культуралары сабылған, тип хәбәр иттеләр республика Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Оператив мәғлүмәттәргә ярашлы, ашлыҡтың тулайым йыйымы әлегә 3,8 мең тәшкил иткән, гектарынан уңыш – 14,5 центнер.
«Уртаса уңыш, көтөлгәнсә, былтырғынан түбәнерәк. Хәйер, Саҡмағош районында, мәҫәлән, һәр гектарҙан 30 центнер ашлыҡ йыялар, — тип белдерҙеләр республиканың аграр ведомствоһында. — Дүртөйлө, Миәкә, Өфө һәм Шишмә райондарында гектарынан 20 центнерҙан ашыу иген алалар».
Быйыл Башҡортостан игенселәренә 3 миллион гектар самаһы ауыл хужалығы культураларын йыйып алыу бурысы тора, шуның 1,74 миллион гектары — бөртөклө һәм бөртөклө-ҡуҙаҡлы культуралар, 363 мең гектары – ужым культуралары.
Фото: Олег Яровиков
Галина Бахшиева
Автор:IMPORT Сервисный
Читайте нас: