Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Июль 2021, 15:03

Илнурға етеүсе булманы

Өфөнөң “Аҡбуҙат” ипподромында “Терра Башҡортостан” ат-спорт турнирының дүртенсе этабы үтте.

Унда Ҡариҙелдән алты һыбайлы урындағы тоҡом аттарында Көйөргәҙе, Өфө, Благовар, Стәрлетамаҡ, Учалы һыбайлылары менән ярышты.
Ҡағиҙә буйынса, турнир ике этапта үтә: тәүҙә бәйгелә район чемпионы билдәләнә, унан беренсе һәм икенсе урын алғандар ипподром аттарын менеп ярыша. Дүртенсе этапта иң шәп бәйгесе тип райондашыбыҙ Илнур Мәхмүтов (Әлфир Мәхмүтов шәхси хужалығынан) танылды. Илнур 9 октябрҙә үтәсәк финал ярыштарында ҡатнашыу хоҡуғын алды.
Ғәҙәттәгесә, ипподром фойеһында ошо төбәктәрҙән килгән оҫталар күргәҙмә ойошторҙо. Унда башҡорт балы, ҡымыҙ, ит деликатестары, халҡыбыҙҙың ҡул эштәре өлгөләре һ.б. ҡуйылғайны. Район данын “Ҡариҙел үләндәре”, “Нур” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәре, Рәфил Ҡотлоев крәҫтиән-фермер хужалығы, Р.И. Ғәлимйәнов шәхси предприятиеһы һәм башҡалар яҡланы.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, “Терра Башҡортостан” турнирында башҡорт тоҡомло аттар ғына ҡатнаша. Финал ярыштары 9 октябрҙә – Республика көнө алдынан үтәсәк.
Наилә Имаева әҙерләне.
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас: