Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Июль 2021, 21:29

Байрам менән, почта хеҙмәткәрҙәре!

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың почта элемтәһе хеҙмәткәрҙәрен һәм ветерандарын һөнәри байрамдары менән ҡотланы.

“Һеҙҙе профессиональ байрамығыҙ менән ҡайнар ҡотлайым! Республиканың почта тармағы туғыҙ меңдән ашыу хеҙмәткәр эшләгән 1 280 бүлексәне берләштерә. Бөтәбеҙ ҙә һеҙгә ярҙам һорап мөрәжәғәт итәбеҙ. Корреспонденция, посылка һәм матбуғат баҫмаларын илтеүҙән тыш, почтала финанс хеҙмәттәре күрһәтелә, пенсия һәм пособиелар түләнә, бында көндәлек ҡулланыу тауарҙарын һатып алып була. Был – иң алыҫ тораҡтарға барып етеүсе почта ташыусыларҙың, операторҙарҙың, водителдәрҙең һәм башҡа күп хеҙмәткәрҙәрҙең ҙур хеҙмәте.
Һуңғы йылдарҙа тармаҡта ыңғай үҙгәрештәр күҙәтелә: һанлы технологиялар индерелә, почта элемтәһе инфраструктураһы әүҙем үҫешә. Өфө ҡалаһы эргәһендә эре заманса логистик почта үҙәге төҙөлөшө тамамлана, ул посылка-тауарҙарҙы бөтә Рәсәй буйынса илтеү сроктарын ҡыҫҡартасаҡ һәм эш сифатын яҡшыртасаҡ.
Коронавирус менән дөйөм көрәш шарттарында һеҙ юғары социаль яуаплылыҡ күрһәтәһегеҙ. Почта хеҙмәте, бөтә эпидемиологик талаптарҙы үтәп, бер көнгә лә эшен туҡтатманы. Бөгөн беҙ тармаҡ хеҙмәткәрҙәренә еңел булмаған хеҙмәттәре, профессионаллеге өсөн рәхмәт әйтәбеҙ. Бөгөнгө заман почтаһы торған нигеҙҙе һалған ветерандарға ихлас рәхмәтемде белдерәм. Улар хеҙмәт һөйөүсәнлектең, эштәренә тоғролоҡтоң лайыҡлы өлгөһө булып тора.
Ҡәҙерле дуҫтар! Байрам көнөндә һеҙгә именлек, хеҙмәт эшмәкәрлегендә уңыштар, яңы проекттарҙың тормошҡа ашыуын теләйем. Үҙегеҙгә һәм ғаиләләрегеҙгә бәхет, ныҡлы һаулыҡ!
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.
Автор:IMPORT Сервисный
Читайте нас: