Рәсәй мәҙәниәтен сағылдырған М. Пятницкий исемендәге Дәүләт академия рус халыҡ хоры, Башҡортостанды танытҡан "ғәскәровсы"ларҙың ялҡынлы бейеүе, “Арғымаҡ” төркөмө сығышынан һуң сәхнә түренә Фольклориадаға төрлө илдәрҙән килгән делегаттар сыҡты: Боливия, Коста-Рика, Колумбия, Хорватия, Эстония, Индонезия, Камерун, Польша, Черногория, Панама...
Милли кейемдәр, йыр-бейеүҙәр төрлөлөгөнән күҙҙәр ҡамаша, ҡунаҡтарҙы амфитеатрға йыйылған халыҡ ихлас алҡыштар менән оҙата. Ҡаҙағстан вәкилдәрен тамашасылар айырыуса йылы ҡаршы алды, “О-о, күршеләр сыға!” – тип сәләмләне.