Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Июль 2021, 15:06

Республика халҡы дүрт көн – 17 июлдән 20-һенә тиклем ял итеүе ихтимал

Роспотребнадзор Башҡортостандың эш биреүселәренә 2021 йылдың 19 июлендә хеҙмәт хаҡын һаҡлап ҡалып, эшләмәҫкә тәҡдим итте. Шуға күрә республикала йәшәүселәр дүрт көн рәттән – 17-нән 20-һенә тиклем ял итеүе мөмкин.

Роспотребнадзор ковидҡа ҡаршы саралар сиктәрендә өҫтәмә ял көнө тураһында тәҡдим индерҙе.
Власть органдарына һәм башҡа учреждениеларға был көндә ошо ойошмаларҙың эшмәкәрлеген тәьмин иткән хеҙмәткәрҙәр һанын билдәләргә кәрәк.
«Башинформ» хәбәр иткәнсә, Радий Хабиров COVID-19 буйынса сикләү индереү ваҡытын 12 июлдән 26-һына күсерҙе.
Галина Бахшиева
Фото: Валерий Шахов
Автор:IMPORT Сервисный
Читайте нас: