Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
8 Июль 2021, 10:48

Йәшәйешебеҙ ғаиләләр, балалар менән йәмле!

Һәр нәмә ғаиләлә башлана. Ғаилә - ул йәшәү йәме, бәхет, шатлыҡ, йылылыҡ һәм уңыш сығанағы. Һәр ата-әсә ғәзиз балаһы тип яна, тырыша һәм йәшәй. Бөгөн илебеҙҙә Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө билдәләнә. Әйткәндәй, был байрамдың билдәһе - тоғролоҡто, хистәр сафлығын һәм йәйҙең ҡояшлы көндәрендәй йылы мөнәсәбәттәрҙе сағылдырған аҡ сәскә.

– Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө менән ысын күңелдән ҡотлайым. Һеҙ – республикабыҙҙың алтын фонды, – тип сәләмләне Радий Фәрит улы Хәбиров Өфөләге Колонналар залында байрам айҡанлы үткәрелгән сараға килгәндәрҙе.
Өфө ҡалаһынан Лариса менән Ренат Сәйбатталовтарға, Стәрлетамаҡ ҡалаһынан Светлана менән Олег Шварёвтарға “Ата-әсәлек даны” ордены тапшырылды. Был награда ғаилә институтын нығытыуға һәм балалар тәрбиәләүгә индереүҙәге тос ҡаҙаныштар өсөн бирелә.
Бәләбәй районынан Гөлназ менән Илфир Сәлимгәрәевтарға, Стәрлетамаҡ районынан Таңһылыу менән Илшат Миңнебаевтарға, Рәшиҙә менән Абдулхай Сәйфетдиновтарға, Туймазы районынан Әлфиә менән Ришат Сыртаевтарға, Саҡмағош районынан Әминә менән Федрат Мусиндарға, Өфөнән Гүзәл менән Вәғиз Ҡырымсуриндарға, Миәкә районынан Бибинур менән Миңлеғәни Ғәлимовтарға “Ата-әсәлек ҡаһарманлығы” миҙалы тапшырылды.
– Был награданы әсәйем менән атайым үҙе алырға теләгәйне, тик йылдар үҙенекен итә: килә алманылар. Ғүмер буйы ил мәнфәғәтенә хеҙмәт иттеләр, бәхетле булдылар, балаларына ла ваҡыт таба белделәр. Әсәйем ауылда – уҡытыусы, атайым водитель булып эшләне. Радий Фәрит улы, Һеҙгә һәм командағыҙға, ата-әсәйем хеҙмәтен ошолай ҙурлап баһалауығыҙ сикһеҙ рәхмәтлебеҙ, – тине Башҡортостандың халыҡ артисы Айҙар Ғәлимов.
Яҙмыш, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ағас башынан түгел, кеше башынан йөрөй шул. Саҡмағош районының Имәнлеҡул ауылынан Әминә Мусинаның да бәпләп, барлыҡ өмөттәрен бағлап, бәхет юрап, шатлыҡ-ҡыуаныс теләп үҫтергән улы Фидүстең яҙмышын һөйләгәндә күҙҙәренә йәш эркелә. Уның ғәзиз улы бәләкәй сағынан ҡыйыу, теремек, тырыш булған, технмка яратҡан. Егеттең ғүмере Чечняла Тыуған ил алдындағы хәрби бурысты үтәгәндә ваҡытһыҙ өҙөлгән. Фидүстең әсәһе Әминә Әхтәм ҡыҙына “Ата-әсә ҡаһарманлығы” миҙалы тапшырылды.
Күптән түгел Әбйәлил районынан 15 йәшлек Данир Мөхәмәҙиевтың ҡыйыулығы һәммәбеҙҙе һоҡландырғайны. Был, әлбиттә, егеттең ниндәй ғаиләлә тәрбиәләнеүенә лә туранан-тура бәйле, сөнки тап унда һәр кемгә шәхес һыҙаттары һалына. Ҡырҙас ауылына ҡунаҡҡа барған ҡыйыу егет һыуға батҡан малайҙы ҡотҡарып, уға тәүге ярҙам күрһәтә, туҡтаған йөрәген йәнә “тибергә” ярҙам итә.
Данир – күп балалы ғаиләнән. Уның Фәнүр, Юнир исемле ағайҙары, Радмир исемле ҡустыһы һәм Динара исемле һеңлеһе бар. Егеттән беренсе ярҙам итеү ысулдарын ҡайҙан белеүе хаҡында һорағас: “Уҡытыусым Азамат Нух улы өйрәткәйне. Был хаҡта видео ла ҡарағаным бар ине”, – тип яуап бирҙе. Данир Мөхәмәҙиевҡа – Башҡортостандың Почет грамотаһы, уның уҡытыусыһы Азамат Аҫылғужинға Башҡортостан Башлығының Рәхмәт хаты тапшырылды.
– Тағы бер тапҡыр һеҙҙе ҡотлайым, – тине байрам сараһы аҙағында Радий Фәрит улы. – Коронавирус инфекцияһы менән бәйле үҙегеҙҙе, яҡындарығыҙҙы, таныштарығыҙҙы һаҡлағыҙ, ауырымағыҙ һәм прививка эшләтегеҙ.
Тантана һуңында наградаға лайыҡ булыусыларға байрам айҡанлы үҙенсәлекле бүләктәр тапшырылды.
Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.
Автор: Айһылыу Низамова
Автор:IMPORT Сервисный
Читайте нас