Йәнтөйәк
-2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Июль 2021, 16:01

“Асҡындар бик ҡунаҡсыл, рухлы, талантлы халыҡ!”

Македониянан килеүсе ҡунаҡтарҙың тәьҫораттары менән түбәндәге һылтанма аша инеп таныша алаһығыҙ.

Македониянан килеүсе ҡунаҡтар бик аралашыусан, ихлас, илһөйәр булып сыҡтылар. Тәржемәсе Кирилл һәм куратор Олег Асылғужа улы, ирекмән Айгөл Ғәйзуллина ярҙамында “Илинден” бейеү ансамбле етәксеһе Борче Дмитровски менән әңгәмәләшеп, уларҙың республикабыҙҙың төньяҡ райондары буйынса сәйәхәттән алған тәьҫораттарын белештем.
Борче Дмитровски әйтеүенсә, улар Рәсәйгә беренсе килгән. Башҡортостан, Асҡын районы һәм бигерәк тә “Танып” шифаханаһы бик оҡшаған. “Һеҙҙә шундай саф, таҙа һауа, бөтә ерҙә йәшеллек, халыҡ ихлас, уларҙың нимә әйтергә теләгәнен йөҙҙәренә ҡарап аңлап була. Миңә башҡорт халҡының милли ризыҡтары, бигерәк тә сәк-сәк оҡшаны. Ул бик тәмле, шәрбәтле. Бындай сарала ҡатнашыуыбыҙға сикһеҙ шатбыҙ, сөнки башҡа милләттәр менән аралашып, уларҙың мәҙәниәтен, йолаларын ҡарап, тәжрибә уртаҡлашабыҙ”, — тине Борче Дмитровски.
“Иленден” ансамблендә 31 бейеүсе. Үҙҙәренең оркестры бар. Милли уйын ҡоралдары — тапан һәм гайда. “Аккордеон һәм кларнет беҙҙең милли уйын ҡоралдары булмаһа ла, уларҙа ла уйнайбыҙ. Сөнки кларнет менән аккордеондың моңо беҙҙең бейеүҙәребеҙҙең асылын асырға, кәйефебеҙҙе тамашасыларға еткерергә ярҙам итә”, — ти музыканттар.
Ансамблдең иң оло ағзаһына — 72, ә иң йәшенә 14 йәш. Бирелә төрлө һөнәр эйәләре бар: уларҙың барыһын да бейеүгә, мәҙәниәткә булған һөйөү берләштерә.
Наилә Имаева.
Читайте нас: