Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
7 Июль 2021, 04:10

Ҡариҙелдә тотош донъя таланттары осрашты

Ҡариҙел ауылында VI Бөтә донъя фольклориадаһының сираттағы көнө гөрләп үтте.

Төрлө мәҙәниәтле ете ил вәкилдәре үҙҙәренең музыкаль программаһын күрһәтте. Шуға был көндө район үҙәгендәге төп майҙанға өлкәндәр ҙә, балалар ҙа күпләп йыйылды. Быға ғәжәпләнәһе түгел: бындай ҙур кимәлдәге сара Ҡариҙел ерендә беренсе тапҡыр ойошторолдо.
Македония, Перу, Франция, Румыния, Беларусь, Фәләстин, Эквадор коллективтары тамашасыларға бай йөкмәткеле концерт күрһәтте. Һәр сығыш дәррәү алҡыштарға күмелде.
Сит ил ҡунаҡтары өсөн башҡорт, татар, рус һәм мари ихаталары, шулай уҡ декоратив күргәҙмәләр эшләне. Румыния һәм Эквадор вәкилдәре милли уйындарыбыҙҙа, мәҫәлән, көйәнтә менән йүгереү, ҙур теләк менән ҡатнашты. Сығыш алдынан Фәләстин һәм Беларусь коллективтары дуҫтарса бейеү баттлы ойошторҙо. “Ҡариҙел” гәзитенә әңгәмәһендә Перу вәкиле Игнасио Хосе Карлос фольклориаданың ойошторолоуына юғары баһа бирҙе. Ул Рәсәйҙә беренсе тапҡыр һәм Ҡариҙел тәбиғәтенә ғашиҡ булған. “Тыныс ваҡытта үҙ мәҙәниәтебеҙ менән таныштыра алыуыбыҙға шатмын”, - ти ул.
Француз Себастьян Монтриняк һәм уның “Лезанфан Дарьозо” фольклор коллективы ла илебеҙгә беренсе тапҡыр килгән. “Рәсәй киңлектәренә һоҡланабыҙ! Ауыл биләмәләре араһында шундай ҙур арауыҡ, шул уҡ ваҡытта кешеләр шундай дуҫ. Бында ниндәй ҡунаҡсылдар! Коронавирус инфекцияһы менән бәйле сикләүҙәр булһа ла, бында булыуыбыҙға шатбыҙ”, - ти улар.
“Донъя халыҡтары музыкаль фестивале Ҡариҙелдә матур үтте. Бының өсөн кураторҙарға, тәржемәселәргә, ирекмәндәргә, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә, үҙешмәкәр ариистарға, һөнәрселәргә ҙур рәхмәт! Уларһыҙ ошондай ҙур сараны үткәреп булмаҫ ине”, - тигән фекерҙә ҡариҙелдәр.
Фото: Ҡариҙел район гәзите.
Автор: Айһылыу Низамова
Автор:IMPORT Сервисный
Читайте нас