Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
6 Июль 2021, 09:05

WorldSkills Russia август аҙағына күсерелә

X “Йәш профессионалдар” (WorldSkills Russia) милли чемпионаты финалын август аҙағында үткәрергә ҡарар ителде.

Ул Өфөлә 21–25 июлдә булырға тейеш ине. Был турала Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә республика Башлығы Радий Хәбиров белдерҙе.
Бөгөн оператив штаб ултырышында республика күҙалланған барлыҡ күмәк сараларҙы кисектереп тороу тураһында ҡарар ҡабул итеү тураһында һүҙ алып барылды.
“Беҙгә әлеге хәлде тыныс ҡына үткәреп ебәрергә кәрәк, ә һуңынан бөтә сараларҙы ла уҙғарырбыҙ. Беҙ Бөрөләге ҙур сараны – Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөн, ҡала майҙанын асыу тантанаһын күсерергә ҡарар итек”, – тине Радий Хәбиров.
Фото: vk.com.
Автор: Лилия Давлетбакова
Автор:IMPORT Сервисный
Читайте нас