Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
6 Июль 2021, 05:40

“Бүләк сығыр тип уйламаным да!”

Иҫке Ҡаҙансы ауылында йәшәүсе Рөстәм Тайыпов та коронавирус инфекцияһынан прививка яһатып, шәп бүләк отто!

З июлдә Асҡын мәғлүмәт үҙәгендә коронавирус инфекцияһынан прививка яһатыусылар араһында бүләктәр уйнатылды. Иҫке Ҡаҙансы ауылында йәшәүсе Рөстәм Тайыповҡа ла был көндө бәхет йылмая — ул бензобысҡы ота!
— Был көндө беҙ ғаилә менән бесәндә инек, шуға тура эфирҙы ҡараманыҡ та. Ғөмүмән, миңә бүләк сығыр тип, өмөтләнмәнем дә. Шулай кис эштән ҡайтҡас, ауыл биләмәһе башлығы Илдар Фәрит улы беҙгә шылтыратып, шатлыҡлы хәбәр еткерҙе. Әлбиттә, бик ҡыуандыҡ. Сөнки прививканы бүләк отор өсөн түгел, ә мәкерле сирҙән һаҡланыр өсөн яһаттым. Әйткәндәй, бөгөн ауылыбыҙҙа прививканың икенсе компонентын ҡаҙатып килдем, тәүгеһен 22 июндә шулай уҡ ауылда яһатҡайным, — тип тәьҫораттары менән бүлеште көтөлмәгән бүләккә лайыҡ булыусы Рөстәм Альфред улы.
Рөстәм Альфред улы тормош иптәше Альмира Фәдис ҡыҙы менән Юнир һәм Тимур исемле улдар үҫтерә. Етеш тормошта йәшәү өсөн бар тырышлығын һалып донъя көтәләр. Ғаилә башлығы Ҡаҙансы участкаһында ветеринар табип булып эшләй.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, акцияның бағыусылары — Асҡын районы хакимиәте, “Танып” шифаханаһы һәм “Батыр” физкультура-һауыҡтырыу комплексы бик матур бүләктәр әҙерләне. “Танып” шифаханаһына ял көнө турына — 102095, бензобысҡыға — 102311,
Наилә Имаева.
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас