Йәнтөйәк
+30 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
5 Июля 2021, 11:34

Владимир Меньшов вафат

Арҙаҡлы режиссерҙың үлеменең сәбәбе ниҙә? "Мосфильм"дан хәбәр итеүҙәренсә...

Рәсәй кино сәнғәте донъяһынан бик ауыр яңылыҡ билдәле булды. Бөгөн 81 йәшлек билдәле совет һәм Рәсәй режиссеры, актер, сценарист, продюсер Владимир Меньшов вафат булған. “Мосфильм” киноконцернынан хәбәр итеүҙәренсә, ул коронавирус инфекцияһы эҙемтәләренән шәбәйә алмаған.
“Мосфильм” киноконцерны режиссерҙың туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша.
“Ҡәҙерле дуҫыбыҙ, туған киностудияһына үҙенең ижади көстәрен һәм сағыу талантын тулыһынса биргән, ысын мәғәнәһендә халыҡ режиссеры булған яҡшы кешене юғалттыҡ. Уның фильмдарын миллионлаған кеше белә һәм ярата”, – тиелә хәбәрҙә.
Күптәр Владимир Меньшовты “Москва слезам не верит”, “Любовь и голуби”, “Ширли-мырли” һәм башҡа киң билдәле совет фильмдары аша белә. Ул РСФСР-ҙың халыҡ артисы, СССР, Крупская дәүләт премиялары лауреаты. 1981 йылда уның “Москва слезам не верит” фильмы “Сит ил телендәге иң яҡшы фильм” номинацияһында Оскарға лайыҡ булды.
Владимир Меньшовтың Дәүләт Думаһына һайлауҙа ҡатнашырға йыйынған булыуы ла билдәле.
Фото: fishki.net
Автор: Альфия Мингалиева
Автор:IMPORT Сервисный
Читайте нас