Коронавирус инфекцияһынан прививка яһатып, акцияла ҡатнашыусылар өсөн бағыусылар - Асҡын районы хакимиәте, “Танып” шифаханаһы һәм “Батыр” физкультура-һауыҡтырыу комплексы бик матур бүләктәр әҙерләгәйне.
Шулай итеп, “Танып” шифаханаһына ял турына 102095 һанлы купон,
“Триммер” бесән сапҡысына - 102097,
“Батыр” физкультура-һауыҡтырыу комплексына - 102157, 102613, 102401, 102654, 102012 һанлы купондар эйәләре лайыҡ булды.
Ҡәҙерле дуҫтар, әгәр ҙә һеҙҙең купондарығыҙҙа өҫтө һанап үтелгән һандар яҙылған икән, тимәк һеҙгә бәхет йылмайҙы!
Бүләктәрҙе Асҡын мәғлүмәт үҙәгенән килеп алырға мөмкин. Үҙегеҙ менән купонығыҙҙы һәм прививка яһатҡанығыҙҙы дәлилләүсе справкағыҙҙы алып килегеҙ.