Берҙәм дәүләт имтихандарын 100 балға тапшырып, республиканың Евразия ғилми-мәғрифәти үҙәге ҡатнашыусылары булған юғары уҡыу йорттарына инеүселәргә төбәк Башлығының махсус преимияһы булдырылды. Уның суммаһы 150 мең һумға торошло һәм бер тапҡыр бирелә. Ошо хаҡтағы Указға республика Башлығы Радий Хәбиров ҡул ҡуйҙы.
Евразия ғилми-мәғрифәти үҙәгенә Башҡорт дәүләт университеты, М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты, Башҡортостан дәүләт медицина университеты, Башҡортостан дәүләт аграр университеты, Өфө дәүләт нефть техник университеты, Өфө дәүләт авиация техник университеты инә.
Документ тарафынан премияны билдәләү һәм түләү шарттары раҫланған. Был сумаға һалым һалынмай. Республика Хөкүмәте әлеге Указға бәйле сығымдарҙы финанслау юлдарын эҙләргә тейеш.
Белеүебеҙсә, был хаҡта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 28 июндә үткән аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә белдерҙе һәм Мәғариф һәм фән министрлығына Берҙәм дәүләт имтихандарын 100 балға тапшырып, республиканың юғары уҡыу йорттарына инеүселәрҙе дәртләндереү саралары булдырырға ҡушты. Республика Башлығы был мәсьәләне хәл итеүҙе оҙаҡҡа һуҙмауҙы һораны, сөнки БДИ-ны 100 балға тапшырыусыларға башҡа вуздар ҙа “һунар алып бара”, тип билдәләне.
Бөтә фәндәр буйынса БДИ һөҙөмтәләре 8 июлгә билдәле булып бөтәсәк. Әлегә 89 уҡыусы максималь балл йыйыуға өлгәшкән, ә дүрт уҡыусы икешәр имтиханды 100 балға тапшырған.
Һәләтле абитуриенттарҙы ҡыҙыҡтырыу һәм дәртләндереү маҡсатында республика вуздары беренсе курс студенттарына юғары стипендиялар ҙа булдырған.
ӨДАТУ Берҙәм дәүләт имтиханын 100 балға тапшырып уҡырға ингәндәргә бер тапҡыр 100 мең һум түләй. Уҡыусыларҙың Бөтә Рәсәй олимпиадаһының йомғаҡлау этабында еңеү яулаған һәм призер булғандарға тәүге семестр дауамында 50 мең һум күләмдә стипендия тәғәйенләнә. Дөйөм балдары 250 балдан юғары булған беренсе курс студенттары тәүге семестрҙа 10 мең һум күләмендә стипендия ала.
БДУ-ла уҡыусыларҙың Бөтә Рәсәй олимпиадаһының йомғаҡлау этабында еңеү яулаған һәм призер булғандарға – 50 мең, башҡа төрлө олимпиада еңеүселәренә 30 мең һум күләмендә стипендия тәғәйенләнә. Шулай уҡ уҡыуҙа, йәмәғәт эштәрендә, мәҙәни-ижади һәм спорт эшмәкәрлегендә алдынғы булған студенттарға 5 меңдән 15 меңгәсә юғары стипендия тәғәйенләнә. Уҡырға юғары балл менән ингәндәрҙе лә 3 меңдән 10 мең һумғаса юғары стипендия көтә.
БДМУ-ла беренсе уҡыу йылында Бөтә Рәсәй олимпиадаһының йомғаҡлау этабында еңеү яулаған һәм призер булғандарға – 20 мең, башҡа төрлө олимпиада еңеүселәренә – 15 мең, бер имтиханды 100 балға тапшырыусыларға 10 мең һум түләнә.
ӨДНТУ-ла беренсе курс студенттары араһынан Бөтә Рәсәй олимпиадаһының йомғаҡлау этабында еңеү яулаған һәм призер булғандарға – 80 мең, башҡа төрлө олимпиада еңеүселәренә – 50 мең түләү ҡаралған. БДИ буйынса дөйөм балы 250-нән юғары булғандарға 10 меңдән 15 мең һумғаса стипендия тәғәйенләнә. Ҡайһы бер йүнәлештәрҙә дөйөм балдар суммаһы 166 менән сикләнә.
М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ла Бөтә Рәсәй олимпиадаһының йомғаҡлау этабында еңеү яулаған һәм призер булғандарға – 20 мең, 2021 йылда Аҡмулла олимпиадаһының йомғаҡлау этабында еңеү яулағандар һәм БДИ буйынса уртаса балы 75-тән юғары булғандар 3 мең һум стипендия аласаҡ.
БДАУ-ҙа БДИ-ның дөйөм һөҙөмтәләре буйынса 190-дан 209-ға тиклем балл йыйып ингән беренсе курс студенттары – 11 мең, 210-дан юғарыраҡ балл менән инеүселәр 16500 һум стипендия аласаҡ. Шундай уҡ стипендия Бөтә Рәсәй олимпиадаһының йомғаҡлау этабында еңеү яулаған һәм призер булғандарға ла тәғәйенләнә.